Найти в Дзене

Башҡортостан Ҡытайға ҡиммәтле мал аҙығының ҙур партияһын оҙатты

Шишмә һәм Әлшәй райондарынан шәкәр заводтары Ҡытайға 3,9 мең тоннаға яҡын грануллы сөгөлдөр һығынтыһын экспортҡа сығарҙы, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. Башҡортостан продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт) бурыстарының береһе булып тора. Ауыл хужалығы малдары өсөн ҡиммәтле мал аҙығы өҫтәмәләре өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында лаборатор экспертиза үткән. “Энтомологик, гербологик һәм микологик экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса зарарлы карантин организмдары асыҡланмаған. Мал аҙығы Ҡытай Халыҡ Республикаһы талаптарына тап килә. Тауар экспортҡа оҙатылды", – тип билдәләнеләр күҙәтеү ведомствоһында. Фото сығанағы: bashkortostan102.ru