Башҡортостанда 13-14 февралгә һауа торошо билдәле булды. Башгидромет синоптиктары аҙна аҙағына фараздар бирҙе. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала ысын ҡышҡы һыуыҡтар көтөлә. Бөгөн, 13 февралдә, бер аҙ ҡар яуа, көньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ, урыны менән боҙлауыҡ. Һауа температураһы төндә -8,-13, аяҙытҡанда -15-20 градус, көндөҙ -3,-8 градус һалҡын. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән киҫкен. Йома, 14 февралдә, һыуыҡ һауа торошо һаҡлана. Шул уҡ ваҡытта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда көслө боҙлауыҡ тураһында иҫкәртә. Бөгөн көндөҙ Башҡортостанда урыны менән боҙлауыҡ көтөлә. Хәүефһеҙ хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү кәрәклеге тураһында онотмағыҙ. Төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге – 500-1000 метр. Республиканың Транспорт министрлығында ла водителдәрҙе юлдарҙа иғтибарлы булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа саҡырҙылар. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.