Түбәнге Ҡыйғы ауылында заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы ауыл табиплыҡ амбулаторияһы эш башланы. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдерҙеләр. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, быйылдан фельдшер-акушерлыҡ пункттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын заманлаштырыу” программаһы буйынса төҙөлә. Заманса ауыл табиплыҡ амбулаторияһында педиатр, терапевт, укол, прививкалар яһау, пациенттарҙы ҡабул итеү һәм башҡа кабинеттар бар. Тағы бер яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты Иҫке Мөхәммәт ауылында асылды. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын заманлаштырыу” программаһы буйынса тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект