Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ғүмерҙең һәр минуты ҡәҙерле

Бер айҙа ғына ҡабул итеүгә тип яҙылған пациенттарҙың 18 проценты табипҡа килмәгән һәм был хаҡта иҫкәртмәгән. Шулай ҙа Республика туберкулезға ҡаршы диспансер, Өфөләге 3-сө балалар поликлиникаһы һәм Нефтекама ҡала дауаханаһы пациенттары бик яуаплы икән. Был медицина ойошмаларында алдан яҙылып та табипҡа күренмәгән пациенттар алты процент тәшкил иткән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ниндәй ҙә сәбәп менән алдан яҙылып та табипҡа килә алмаһағыҙ, был хаҡта хәбәр итергә кәрәк. Һөҙөмтәлә һеҙҙең был ғәмәл табиптарға эш ваҡытын һөҙөмтәле планлаштырыу, башҡа пациенттарға медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк. Бының өсөн “Табипҡа” төбәк сәләмәтлек порталы аша табипҡа яҙылыуҙан баш тартырға кәрәк: * ”Минең картотека” һылтанмаһына баҫығыҙ; *табипҡа яҙылыуҙан баш тартыу тураһындағы “төймә”гә баҫығыҙ; *был ғәмәлде йәнә раҫлағыҙ. Бынан тыш, медицина ойошмаһына яҙылыуҙан шәхсән йәки телефон аша баш тартырға мөмкин. Тормошта төрлө көтөлмәгән хәлдәрҙең булыуы

Бер айҙа ғына ҡабул итеүгә тип яҙылған пациенттарҙың 18 проценты табипҡа килмәгән һәм был хаҡта иҫкәртмәгән. Шулай ҙа Республика туберкулезға ҡаршы диспансер, Өфөләге 3-сө балалар поликлиникаһы һәм Нефтекама ҡала дауаханаһы пациенттары бик яуаплы икән. Был медицина ойошмаларында алдан яҙылып та табипҡа күренмәгән пациенттар алты процент тәшкил иткән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ниндәй ҙә сәбәп менән алдан яҙылып та табипҡа килә алмаһағыҙ, был хаҡта хәбәр итергә кәрәк. Һөҙөмтәлә һеҙҙең был ғәмәл табиптарға эш ваҡытын һөҙөмтәле планлаштырыу, башҡа пациенттарға медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк. Бының өсөн “Табипҡа” төбәк сәләмәтлек порталы аша табипҡа яҙылыуҙан баш тартырға кәрәк: * ”Минең картотека” һылтанмаһына баҫығыҙ; *табипҡа яҙылыуҙан баш тартыу тураһындағы “төймә”гә баҫығыҙ; *был ғәмәлде йәнә раҫлағыҙ. Бынан тыш, медицина ойошмаһына яҙылыуҙан шәхсән йәки телефон аша баш тартырға мөмкин. Тормошта төрлө көтөлмәгән хәлдәрҙең булыуы мөмкин, әммә медицина ойошмаһына барыу-бармауға яуаплы ҡарарға кәрәк, сөнки һаулыҡҡа бәйле хәл-ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле. Г. Бүләкбаева фотоһы.