Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов социаль селтәрҙә шатлыҡлы ваҡиға менән уртаҡлашҡан. “Беҙҙә яҡшы яңылыҡ! Беҙҙең дүрт яҡташыбыҙ, “Дикий”, “Весна”, “Старый”, “Гиля” позывнойлы яугирҙәребеҙ яҡшы хеҙмәттәре өсөн Жуков миҙалы менән наградланды. Яҡташтарыбыҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәр рәтенә өлөшләтә мобилизацияға ярашлы саҡырылғайны. Улар хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ, Тыуған илгә тоғролоҡ күрһәтте. Бынан тыш берәүһенең наградалар копилкаһында Шайморатов миҙалы, “Ҡырымды ҡайтарған өсөн”, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары ла бар. Ысын күңелдән ҡотлайым, хәрби бурыстарҙы үтәүҙә уңыштар теләйем! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!” Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты баш