“Почта элемтәһе тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Унда баҫма матбуғатты алыҫ райондарға һәм ҙур булмаған ауылдарға килтереүҙә финанс ярҙамы саралары ҡаралған. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ошо мәсьәләгә ҡарата фекере менән уртаҡлашты. – Бөгөн гәзит-журналдарҙы таратыу иҡтисади яҡтан отошло түгел, шуға күрә гәзит-журналдар даими килтерелмәй, кешеләр почтаны һуңлап ала. Законға “Социаль әһәмиәтле ваҡытлы баҫмалар” төшөнсәһе индерелә, уларға яҙылыу һәм килтереү “Рәсәй почтаһы” тарафынан башҡарыла. Рәсәй Хөкүмәтенә – баҫма матбуғатты социаль әһәмиәтле баҫмаға индереү критерийҙарын раҫлау, ә Рәсәй Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына федераль, төбәк һәм район (ҡала) баҫмалары исемлеген төҙөү буйынса вәкәләттәр тапшырыла. Почта бүлексәләренең баҫмаларҙы иң алыҫ ауылдарға регламентланған ваҡытта килтереү буйынса сығымдарын компенсациялау рәүешендә аҡса бүлеү ҡарала. Сөнки гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡының күп өлөшөн ташыу сығымдары тәшкил итеүе