Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Төбәк – алдынғылар рәтендә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәк Төҙөүселәр ассоциацияһы ағзаларының дөйөм йыйылышында ҡатнашты. Осрашыуҙа 2024 йылға йомғаҡ яһалды һәм 2025 йылға пландар билдәләнде. Министрҙар кабинеты башлығы билдәләүенсә, торлаҡ төҙөлөшө уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ыңғай динамика менән билдәләнә. Республика алдынғы ун төбәк исемлегендә тора. Торлаҡты сафҡа индереү күләме 3 миллион 348 мең метрҙан ашҡан. Ул былтырғы кимәлдән юғарыраҡ. Шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә 70 процент тура килә. Дөйөм алғанда уның өлөшөндә - 2,34 миллион квадрат метр, күп фатирлы йорттар өлөшөнә 1,01 миллион квадрат метр тура килә. Башҡортостан шулай уҡ күп фатирлы йорттар төҙөү буйынса тормошҡа ашырылған проекттар һаны буйынса өс лидер иҫәбенә ингән. 2030 йылға тиклем адреслы программа сиктәрендә авария хәлендәге торлаҡтан күсереү дауам итәсәк, тип билдәләне Андрей Назаров. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов 2024 йылдағы төҙөлөш комплексы йомғ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәк Төҙөүселәр ассоциацияһы ағзаларының дөйөм йыйылышында ҡатнашты. Осрашыуҙа 2024 йылға йомғаҡ яһалды һәм 2025 йылға пландар билдәләнде. Министрҙар кабинеты башлығы билдәләүенсә, торлаҡ төҙөлөшө уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ыңғай динамика менән билдәләнә. Республика алдынғы ун төбәк исемлегендә тора. Торлаҡты сафҡа индереү күләме 3 миллион 348 мең метрҙан ашҡан. Ул былтырғы кимәлдән юғарыраҡ. Шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә 70 процент тура килә. Дөйөм алғанда уның өлөшөндә - 2,34 миллион квадрат метр, күп фатирлы йорттар өлөшөнә 1,01 миллион квадрат метр тура килә. Башҡортостан шулай уҡ күп фатирлы йорттар төҙөү буйынса тормошҡа ашырылған проекттар һаны буйынса өс лидер иҫәбенә ингән. 2030 йылға тиклем адреслы программа сиктәрендә авария хәлендәге торлаҡтан күсереү дауам итәсәк, тип билдәләне Андрей Назаров. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов 2024 йылдағы төҙөлөш комплексы йомғаҡтары хаҡында һөйләне. - 2024 йылда сираттағы тарихи максимумға өлгәшелгән - 3 миллион 348 мең квадрат метр сафҡа индерелгән. Ул былтырғынан бер процентҡа күберәк. Федераль үҙәк республика өсөн билдәләгән маҡсатлы күрһәткес менән сағыштырғанда беҙ торлаҡты сафҡа индереүҙе 13,5 процентҡа арттырып үтәнек. Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында 7-се урынды биләй, Волга буйы федераль округында беҙ рейтингтың икенсе баҫҡысын биләйбеҙ, - тип билдәләне үҙенең докладында Артем Ковшов. Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһының 2024 йылдағы эшмәкәрлеге һәм 2025 йылға пландары хаҡында уның рәйесе Денис Крашенинников һөйләне. Ассоциацияның башҡарма директоры Адель Сәйфуллина хәбәр итеүенсә, 2024 йыл Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы өсөн ҙур ҡаҙаныштар һәм уның эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса әүҙем эш осоро булған. Ултырыш сиктәрендә Ассоциация етәкселеген ҡайтанан һайлау ойошторолдо. Идара рәйесенең һәм башҡарма директорҙың вәкәләттәре ике йылға оҙайтылды. Денис Крашенинников менән Адель Сәйфуллина ошо вазифаларҙа ҡалды. Дөйөм йыйылышта күҙәтеү советы составы раҫланды, идара ағзаларының яңы составы һайланды, йыллыҡ отчет раҫланды һәм 2025 йылға эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде. Фото: pravitelstvorb.ru