Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡотола алмаған...

Инвалид сығып ҡотола алмаған Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында бөгөн иртән фажиғә булған - ағас йорт янып киткән. Ут бөтә майҙанды ялмап алған, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Янғын һүндереүселәр эскә үткәс, залда 63 йәшлек өй хужаһының кәүҙәһен тапҡан. Ир инвалид булған, үҙаллы насар хәрәкәт иткән – афәттән ҡотола алмаған. Утты һүндергәнсе ул 54 квадрат метрға таралып өлгөргән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе янғын сәбәптәрен асыҡлай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: ҡышҡы ваҡытта электр ҡорамалдарының, газдың, мейестең төҙөклөгөн һәр ваҡыт тикшереп тороғоҙ, боҙоҡ булһа, тотонмағыҙ, түшәктә тәмәке тартмағыҙ, балаларҙы, ныҡ ололарҙы үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмағыҙ, ут менән һаҡ эш итегеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Фото: МЧС по РБ.