Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Социаль архитекторҙар конкурсы үтә

Конкурс 14 ғинуарҙа иғлан ителгән. Тәүге тәүлектә үк ҡатнашыуға 800-ҙән ашыу ғариза килгән. Ике аҙна эсендә уларҙың һаны биш тапҡырға артҡан. ЭИСИ-ҙың эксперт берләшмәһе менән бәйләнеш буйынса идарасы директоры Фирдүс Алиев билдәләүенсә, бындай статистика конкурстың бөгөнгө көн талаптарына яуап биреүен күрһәтә. - Бөгөн беҙ социогуманитар белем өлкәһендәге яңы йүнәлештең алдында торабыҙ. Социаль архитектор тигән аңлатма үҙе күптән түгел генә барлыҡҡа килде. Ул үҙенә илебеҙҙә бер нисә йыл дауамында тупланған эш алымдарын берләштерә. Улар меңәрләгән, барыһының да уңыш сере бер – гражданлыҡ йәмғиәтен формалаштыралар, айырым бер төркөм кешеләренең тормошон яҡшыраҡ итәләр. Конкурс Рәсәйҙә булған социаль архитектрура тәжрибәһенең багажын системалауға ҡоролған, – ти Фирдүс Алиев. Социаль архитекторҙар конкурсы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: “Республика Башкортостан” гәзитенән.