Был хәбәр туған мәҙәниәтен үҙ иткән, уның сәнғәтенә, көйҙәренә ғашиҡ кешеләр өсөн үтә лә һөйөнөслө булыр. Баш ҡалабыҙ Өфөлә беренсе тапҡыр милли көй һәм бейеүҙәребеҙ фестивале уҙғарыла. Ойоштороусыһы – танылған ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, күп халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роберт Юлдашев. Өр-яңы ижади проект “Ел моңо” тип атала. Шул уңайҙан бөгөн “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының медиаүҙәгендә матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда билдәле ҡурайсы үҙе, сараны ойоштороусы Регина Ағылова, “Ҡурайсы” төркөмө барабансыһы Рәфис Лоғаманов, төркөмдөң саунд-продюсеры Сыңғыҙ Юлдашевтар ҡатнашты. Роберт Нәжип улы менән командаһы матбуға конференцияһын алып барыусының, хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Республиканың мәҙәни даирәһендә ҙур ваҡиға булырлыҡ был фестиваль 7–9 февралдә үтә. Өс көн буйы тамашасылар Роберт Юлдашев менән “Ҡурайсы” төркөмөнөң концертын, Бейеү һәм музыка, этно-музык