28 ғинуарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләковтың хәтер кисәһе уҙҙы. Яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, драматургтың яҡындары һәм яҡташтары, уның ижадын һөйөүселәр әҙипте иҫкә алырға йыйылды. Кисәнең беренсе өлөшөнә Флорид Әхмәтулла улының «Драматург көндәлеге»нән яҙмалар ингән. Уларҙы Башҡорт драма театры актерҙары уҡыны. Драматургтың уй-фекерҙәре һәм хәтирәләре уның пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр менән алмашынып барҙы. Уларҙы Мәжит Ғафури исемендәге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры, Салауат башҡорт драма театры, Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, Туймазы татар драма театры артистары тәҡдим итте. Кисәнең икенсе өлөшө
Билдәле драматург Флорид Бүләковтың хәтер кисәһе үтте
29 января 202529 янв 2025
2 мин