Кейәүгә бик иртә сыҡтым. Әсәйем ҡырҡа ҡаршы булһа ла, саҡ 18-е тулған ҡыҙын туҡтата алманы шул. “Иртә әле, балам, уҡы тәүҙә” тип тә ҡараны, “егетең йүнле кешегә оҡшамаған” тип тә өгөтләне. Күҙ алдында тик ул ғына, мөхәббәт һәм хистәрҙән баш әйләнгән саҡ... Ҡайҙа инде ул ваҡытта уйлау, әсәйҙе тыңлау... Шул тиклем иҫәр булғанымды бик һуң аңланым. Илгиз ысынлап тар күңелле, эсергә яратҡан, ялҡау өй тираны булып сыҡты. Күҙҙәрем асылған саҡта улым тыуып өлгөргәйне инде. Илгиздең ниндәй кеше булыуын ауырлы саҡта ғына күреп ҡалдым. Ауырыма алты ай тигәндә, ул тәүге тапҡыр ҡул күтәрҙе. Эсеп ҡайтыуҙары иһә туйҙан һуң уҡ башланғайны. Кейәүгә иртә сығып, тиҙ арала бәпес көтә башлағас, белем дә ала алманым. Магазинда һатыусы булып эшләй башлағайным да, тик декретҡа китеп барҙым. Ҡыҫҡаһы, бер тинһеҙ ултырып ҡалдым. Ә Илгиз аҡсаһын эсте, дуҫтарына бирҙе, хәҙер аңлауымса, сит ҡатындар менән йөрөргә лә тотондо. Улыбыҙ тыуып күп тә үтмәне, инсульттан әсәйем баҡыйлыҡҡа күсте. Мин был донъяла яңғыҙ тороп