«Ватанды һаҡлаусылар» фонды һәм Мәскәү финанс-юридик университеты махсус хәрби операция геройҙарына арналған һәйкәл эскиздарының Бөтә Рәсәй конкурсына старт бирҙе. Конкурста профессиональ рәссамдар, скульпторҙар, архитекторҙар, МХО ветерандары, шулай уҡ ҡыҙыҡлы идея һәм МХО геройҙарына һәйкәл ниндәй булырға тейешлеге тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашырға теләүселәр ҡатнаша ала. 2025 йылдың 28 февраленә тиклем Федераль ҡаҙналыҡтың рәсми сайтында https://roskazna.gov.ru/konkurs_eskizov/ шәхси һәм төркөм эштәре ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе һәм дипломанттарҙы конкурсты ойоштороусылар, монументаль һәм һынлы сәнғәт профсоюздары вәкилдәре ингән комиссия билдәләйәсәк. Йомғаҡ 2025 йылдың мартында яһаласаҡ. "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың хәтерен мәңгеләштереү – мөһим эш йүнәлеше, тип билдәләне. Геройҙарыбыҙ бөтә хөрмәткә лайыҡ, шул иҫәптән уларға һәйкәлдәр ҡуйыуға ла. - Эскиздар конкурсын уҙғарыу - бик ваҡ
Махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл эшләүҙә ҡатнашығыҙ
29 января 202529 янв 2025
1 мин