Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Әбйәлил Төркиә түгел...

“Туризм” тип тамаҡ ярырға яратабыҙ, тик ысынында ул ниндәй торошта? Үҫешәме, әллә көрсөк кисерәме? Бөтә район халҡының тамағын туйҙырырлыҡ, район иҡтисадын күтәрерлек ҡеүәткә эйәме? Шулай икән, бының файҙаһын нисек күрергә була? Маҡталған Әбйәлил туризмына айыҡ күҙлектән ҡараш ташларға, төрлө яҡлап тикшерергә булдыҡ. Беҙҙең һығымталар менән килешерһегеҙме, юҡмы – уныһы икенсе мәсьәлә. Ауыл хужалығынан – заманса өлкәгә Әбйәлил районы, Башҡортостандың күпселек өлөшө кеүек үк, ауыл хужалығына нигеҙләнеп барлыҡҡа килгән. Билдәле булыуынса, үткән быуатта һәр төбәктең үҙенсәлеге бик үк иҫәпкә алынып бармаған, халыҡ ауырлыҡтарға ҡарамай тырышып эшләгән: һаҙлыҡтарҙы киптереп сабынлыҡҡа әйләндергән, ташлы урындарҙы һөрөп иген сәскән. Ә инде ил баҙар иҡтисадына күскәс, бындай үҙен аҡламаған эшмәкәрлектең дә кәрәге ҡалмай: колхоз-совхоздар көрсөккә килеп терәлә. Район алдында артабан ниндәй йүнәлештә үҫешеү мәсьәләһе килеп тыуа һәм халыҡ аптырашта ҡала. Әбйәлилдең хозур тәбиғәте, саф һауаһы тәү с

“Туризм” тип тамаҡ ярырға яратабыҙ, тик ысынында ул ниндәй торошта? Үҫешәме, әллә көрсөк кисерәме? Бөтә район халҡының тамағын туйҙырырлыҡ, район иҡтисадын күтәрерлек ҡеүәткә эйәме? Шулай икән, бының файҙаһын нисек күрергә була? Маҡталған Әбйәлил туризмына айыҡ күҙлектән ҡараш ташларға, төрлө яҡлап тикшерергә булдыҡ. Беҙҙең һығымталар менән килешерһегеҙме, юҡмы – уныһы икенсе мәсьәлә. Ауыл хужалығынан – заманса өлкәгә Әбйәлил районы, Башҡортостандың күпселек өлөшө кеүек үк, ауыл хужалығына нигеҙләнеп барлыҡҡа килгән. Билдәле булыуынса, үткән быуатта һәр төбәктең үҙенсәлеге бик үк иҫәпкә алынып бармаған, халыҡ ауырлыҡтарға ҡарамай тырышып эшләгән: һаҙлыҡтарҙы киптереп сабынлыҡҡа әйләндергән, ташлы урындарҙы һөрөп иген сәскән. Ә инде ил баҙар иҡтисадына күскәс, бындай үҙен аҡламаған эшмәкәрлектең дә кәрәге ҡалмай: колхоз-совхоздар көрсөккә килеп терәлә. Район алдында артабан ниндәй йүнәлештә үҫешеү мәсьәләһе килеп тыуа һәм халыҡ аптырашта ҡала. Әбйәлилдең хозур тәбиғәте, саф һауаһы тәү сиратта күрше Силәбе өлкәһенең йүнселдәрен йәлеп итә: совет заманынан ҡалған “Яҡтыкүл” шифаханаһы тирәһенә туристарҙы ылыҡтырыуын күҙаллап, Яҡтыкүл курорт зонаһына нигеҙ һалына. Бында Магнитогорск металлургия комбинаты инвестициялай һәм бөгөн Яҡтыкүл тирәһендәге күпселек турист инфраструктураһы тулыһынса улар аҡсаһына төҙөлгән. Ә район килем алырлыҡ объект – ойоштороусыһы Башҡортостан Республикаһы булған “Яҡтыкүл” шифаханаһы. Ошонан сығып, райондағы туризмды шартлы рәүештә ике төргә бүлеп ҡарарға мөмкин: дәүләт тарафынан нигеҙ һалынған һәм шәхси туристик объекттар. Әйҙәгеҙ, уларҙың өҫтөнлөктәренә, етешһеҙлектәренә күҙ һалайыҡ. Дәүләттеке нисек эшләй? Әбйәлил районында дәүләт тарафынан нигеҙ һалынған турист объекттарының иң ҙуры һәм әһәмиәтлеһе – “Яҡтыкүл” шифаханаһы акционерҙар йәмғиәте. Уның ыңғай яҡтарын һанағанда, тәү сиратта “үҙебеҙҙеке” булыуын билдәләргә мөмкин: килеме төбәк файҙаһына йүнәлтелә, район бюджетына һалым теүәл түләнә. Урындағы халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүе лә яҡшы: бында күпселек яҡын-тирәләге ауылдарҙан ҡатын-ҡыҙҙар йөрөп эшләй. Шифахананың инфраструктураһы бар. Ә етешһеҙлектәренә килгәндә, эргәләге шәхси ял йорттарынан килем күләме, хеҙмәткәрҙәргә тәҡдим иткән эш хаҡы, матди-техник нигеҙе йәһәтенән “Яҡтыкүл” шифаханаһының бер аҙ “аҡһауы” һис кемгә сер түгел. Бында ябай хеҙмәткәрҙәр 20 мең һум тирәһе эш хаҡы алһа, белгестәргә 40 мең һумдан алып түләнә. Алыҫыраҡ ятҡан ауылдарҙан булған хеҙмәткәрҙәрҙе шифахана автобусы йөрөтмәй, ә бензинға хаҡ көн һайын тигәндәй артып тора. – 2011 йылда “Яҡтыкүл”дә официанттарға биш мең һум түләнде, ул ваҡытта “Березки” ял йорто һигеҙ мең һум тәҡдим итә ине. Хәҙер был айырма – 20 һәм 30 мең һум. Бер барып ҡайтыуға яҡынса 1000 һум китә беҙҙән, ә айына 15 тәүлек эшләйһең. Ҡалғанын үҙегеҙ һанап ҡарағыҙ, – тине бер хеҙмәткәр. Ул кеше күп ял иткән ғинуар айында ғына ваҡытлыса “Березки” ял йортонда эшләп сыҡҡан. Йыл әйләнәһенә туристар өҙөлмәҫкә тейешле һымаҡ күренгән шифаханаға ла миҙгелдәр алышыныуы йоғонто яһай, был да ыңғай күренеш түгел. Етмәһә, йәй ял итеүселәрҙе – күл, ә ҡыш “Банное” тау-саңғы үҙәге йәлеп итеүе генә “ҡотҡара”. Әммә бында ла барыһы ла ябай ғына түгел: былтырғы кеүек йәй ямғырлы йә һыуыҡ булһа, ҡыш ҡарһыҙ, буранлы килһә лә, бәкәлгә һуға. – “Яҡтыкүл” – киң билдәле шифахана, уның ныҡ үҫешкән дауалау-һауыҡтырыу инфраструктураһы ла бар. Әммә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, учреждениела һатылмаған койка-урындар бар – 2021-2023 йылдарҙа ял итеүселәр менән тәьмин ителеше яҡынса 83-86 процент тәшкил иткән – республикалағы уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Әммә резервтар бар. Был шифахананы танытыу, яңы төр хеҙмәттәр күрһәтеү йәһәтенән күберәк эшләү мөһимлеге, шул уҡ ваҡытта туризм тармағының райондың бөтә ихтыяждарын да ҡаплай алмауы тураһында һөйләй. Ни өсөн тигәндә, беҙҙәге транспорт логистикаһы ҡатмарлыраҡ, климат, тәбиғәт шарттары икенсе төрлө, йылы диңгеҙле башҡа төбәктәрҙәге кеүек түгел. Ә республика райондары бюджетындағы дефицитты юғары тип баһалайым – уртаса 50 процентҡа тиклем. Райондар йыл да республика бюджетынан өҫтәмә финанслана. Шуға район иҡтисадына килем килтергән башҡа тармаҡтарҙы үҫтереү маҡсатҡа ярашлы, – ти был йәһәттән иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы доценты Рөстәм Камалов. Шәхси объекттар килем килтерһә... Райондың бер өлөшөндә “Яҡтыкүл” курорт зонаһы ойошоуы, әлбиттә, насар түгел. Бынан уңышлы файҙаланыусылар ҙа бар: мәҫәлән, Йәлембәт ауылында йүнселдәр тоҡомло эттәр, страус, йылҡы үрсетергә тотонған һәм табыш туплай. Күл буйынан ер участкаһы алып, шәхси йорт һалып, шуны ҡуртымға биреүселәр ҙә күп. Былар үрҙә телгә алынған шәхси турист объекттары рәтенә инә лә инде. Әбйәлил районында бындай шәхси хужалыҡ нигеҙендә турист объекттары төҙөгән йүнселдәр халыҡты эш урындары менән тәьмин итмәй – уларҙың күбеһе килемде үҙенә туплау өсөн ғаилә бизнесы кеүек ойошҡан. Тағы шуныһы бар, бындай шәхси туризмды ошонда ғүмер буйы йәшәгән берәй ауыл кешеһе ойоштороп, йәшәйешен яҡшыртһа, бер хәл. Ситтән килеп, ер участкаһы һатып алып, район бюджетына килем индерергә ашыҡмағандар күп бит. – Әлбиттә, был тармаҡ райондың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға ла булышлыҡ итергә тейеш. Шуға быйылдан туризмға һалым индерҙек һәм уны ауыл биләмәләрен үҫтереүгә йүнәлтәсәкбеҙ. Күләме йылына яҡынса 20 миллион һум тәшкил итергә тейеш тип күҙаллана. Йортон ҡуртымға биргән кешеләрҙән дә ошондай һалымды түләтә алһаҡ, йыйыласаҡ сумма өс тапҡырға күберәк булыр ине, – ти Әбйәлил районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев. Ғәҙеллек өсөн шуны ла әйтергә кәрәк: йүнсел әбйәлилдәр шәхси турист объекты төҙөп, үҙ ғаиләһенең генә иҡтисади хәлен яҡшырта алһа ла, яҡшы булыр ине ул. Әммә Яҡтыкүл тирәһендәге биләмәнән бер ни тиклем алыҫтараҡ, оло юлдан ситтә ятҡан ауылдарҙа был да ҡатмарлы мәсьәлә – инфраструктураһы үҫешмәгән, ҡыҙыҡтырмаған бындай ауылдарға туристар бармай. Шуға ла райондың күпселек халҡы һаман да шәхси хужалығына “йәбешеп ята”: мал-тыуар үрсетеп, итен, һөт-ҡаймағын һата, йәй еләк-емеш, бәшмәк йыйып аҡса эшләй. Тик был да еңел түгел: йылдың уңышлыһы, уңдырышһыҙы була, ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар ҙа түбән (мәҫәлән, Өфө янындағыға ҡарағанда), уларҙы баҙарға сығарыу өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары йыйыуы – үҙе бер бәлә. Бына ошондай ҡатмарлы иҡтисади көрсөктән сығыу, халыҡты эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү өсөн нимә эшләргә мөмкин һуң? – Бөгөн туризмдың Әбйәлил районы иҡтисады үҫешенә йоғонто яһаған тармаҡтар араһында икенсе урында килеүенең төп нигеҙе – инвесторҙың Силәбе өлкәһендәге “Магнитогорск металлургия комбинаты” булыуында. Райондағы төп турист объекттары тап ошо инвестор аҡсаһына төҙөлгән. Әммә беҙ гел рекреация өлкәһенә генә таянып йәшәргә тейеш түгелбеҙ. Район бюджетына тотороҡло килем килтерерҙәй, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртырҙай производство ла булыуы шарт. Әйтәйек, берәй урында сифатлы балсыҡ ятҡылығы бар икән, шунда кирбес эшләү заводы төҙөп, әҙер продукцияны һатырға мөмкин. Таш сығарғанда ла шулай, урында эшкәртеп, шунан һатыу отошло булыр ине, – тип иҫәпләй иҡтисад белгесе Рөстәм Камалов. Иҡтисади үҫеште нисек тәьмин итергә? Бына шулай, маҡталған Әбйәлил туризмына айыҡ күҙлектән баҡһаң, бик күп етешһеҙлек барлығы асыҡлана. Район бюджетына килем килтереүҙә, тимәк, урындағы социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыуҙа ла төп ярҙамсы була алмай. Халыҡты эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү йәһәтенән дә маҡтарлыҡ түгел. Киреһенсә, өҫтәмә сығымдар талап итә. Алдынғы туристик төбәккә әүерелеү өсөн ҙур инвесторҙар кәрәк. Райондың иҡтисади үҫешен нисек тәьмин итергә һуң? Был йәһәттән иҡтисадсы Рөстәм Камалов Калуга һәм Татарстан миҫалдарына иғтибар итергә кәңәш бирһә, ҡасандыр үҙе “Яҡтыкүл” шифаханаһына етәкселек иткән, урындағы хәлде яҡшы аңлаған Салауат Нафиҡов төп предприятиелар төҙөүгә иғтибар йүнәлтергә кәрәклеген билдәләне. Белгестәр фекеренсә, ошо алым райондың иҡтисади ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ ҡыласаҡ, был үҙ сиратында туризмға, ауыл хужалығына һәм социаль өлкәгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Әле Әбйәлил районында ундай төп предприятиелар юҡ иҫәбендә. 2021 йылда асылған “Цемикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен генә телгә алырға мөмкин. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңыраҡ эш башлауына ҡарамаҫтан, был ойошма былтыр район бюджетына 41 миллион һум һалым килтергән. 2027 йылға тулы ҡеүәттә эшләй башлаһа, файҙаһы артасаҡ тип көтөлә. Әле унда 212 хеҙмәт урыны булдырылған, шуның 60 проценттан ашыуында Әбйәлил халҡы мәшғүл. Урындағы хакимиәттә билдәләүҙәренсә, “Цемикс”та уртаса эш хаҡы – 85,6 мең һум, шул уҡ ваҡытта райондың башҡа ҙур һәм урта предприятиеларында был күрһәткес 50,5 мең һум тәшкил итә. – Әбйәлил иҡтисадының төрлө тармаҡтарына үҫеш ҡеүәте бирергә кәрәк – улар бер-береһенә ҡамасауламаҫҡа тейеш. Сәнәғәт, туризм, экологияны берҙәй хәстәрләү мөһим. Ҡаш төҙәтәм, тип күҙ сығарып ҡуймаҫҡа инде. Әбйәлилдең туризм өлкәһенә миллиардлап һум аҡса һалынһа, бәлки районды нәҡ ошо йүнәлештә үҫтереп булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай аҡса юҡ, район дотациялағы төбәк булып ҡала килә. Шуға экологияны, курорт зонаһының тарихын мотлаҡ күҙ уңында тотоп, сәнәғәт иҡтисадына ла иғтибар йүнәлтергә кәрәктер. Миҫал өсөн Хәйбулла районын килтерергә мөмкин: һуңғы биш йылда ер аҫтын файҙаланыусылар йыл һайын төбәккә яҡынса 20 миллиард һум инвестицияланы. Был сәнәғәт предприятиеларынан килгән бөтә кимәлдәрҙәге һалымдар йылына яҡынса дүрт миллиард һум тәшкил итә, өҫтәп, мәрхәмәтлеккә 100 миллион һум бүленә. Һуңғыһы республика аҡсаһы етмәгән тармаҡтарҙы финанслауға йүнәлтелә: хатта мәсеттәр ҙә бар. Бындай миллиардлап аҡса туризм өлкәһенә һалынмай шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шуға һәр нәмәлә сама белеп, бөтә тармаҡтарҙы ла берҙәй үҫтереү яйын ҡарарға кәрәк, – ти 2015 – 2019 йылдарҙа “Яҡтыкүл” шифаханаһында төрлө вазифалар башҡарған, Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитетының элекке рәйесе Салауат Нафиҡов. Ғөмүмән, республика төбәктәрендә туризм тармағының үҫеше төрлөсә. Әбйәлил районында ла уның үҙ өҫтөнлөктәре, үҙ етешһеҙлектәре бар. Быға бер төрлө генә яуап юҡтыр, шулай ҙа уйландыра: дотациялағы район булыуҙан арынырға ярҙам итерлек инвестициялар иҡтисадтың башҡа тармаҡтарына ла һалынһа, туризм нисек үҫешер һәм ауыл кешеһенең тормошо нисек үҙгәрер ине икән? Автор - Юлиә БАРЫЕВА. Әлфиә Әхмәҙина фотолары.