Хәҙер илебеҙҙә махсус хәрби операция ҡағылмаған ғаиләләр һирәктер. Кемдеңдер улы, атаһы, олатаһы, ейәне йә ҡатыны, әсәһе, ҡыҙы, туғаны, дуҫы Еңеү хаҡына Ватан һағына баҫты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар. Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылынан да махсус хәрби операцияға киткән ир-егеттәр байтаҡ. Араларында кадрҙағы офицерҙар ҙа бар. Уларҙың береһе – Илгизәр Юрик улы Зиннуров һуғыштың тәүге көндәрендә үк батырҙарса һәләк булған. Илгизәрҙең әсәһе Рәмилә Зиннурова беҙҙе күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ҡаршы алды. Ҡапыл да һүҙ башлауы ла ауыр булды. Танышҡандан һуң һүҙҙәр беректе, апай хәтирәләрен уртаҡлашты. Рәмилә Ҡәүи ҡыҙы менән Юрик Олег улы Зиннуровтар күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары Илнур әлеге ваҡытта Силәбе өлкәһенең Озерск ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт итә. Күрше ауыл ҡыҙына өйләнеп, береһенән-береһе матур өс ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Ләйсән Бөрө педагогия институтын тамамлап, әлеге мәлдә Өфөлә “Башнефть” предприятиеһында инженер-технолог