Һүҙ сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә сим-карталар һатыу үҙенсәлектәре тураһында бара. Үҙгәрештәр быйыл 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инде. 2025 йылдың 1 ғинуарынан сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмағандарға мобиль элемтә хеҙмәтен күрһәтеү тураһында килешеү төҙөү өсөн үҙҙәренең шәхесен Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм берҙәм биометрия системаһында раҫлау талап ителә. Быйыл 1 ғинуарға тиклем төҙөлгән сим-карталар буйынса килешеүҙе 2025 йылдың 1 июленә тиклем ҡабаттан эшләргә кәрәк буласаҡ. Кире осраҡта сим-карталар эшләмәйәсәк. Закон тарафынан сим-карталар һаны ла сикләнгән. Сит ил гражданына йәки гражданлығы булмаған кешегә 10-дан да күберәк сим-карта алырға ярамай. Әгәр күберәк сим-карта алынған икән, 10 номерҙы һайлап килешеүҙе ҡабаттан төҙөү мөһим. Бындай сикләүҙәр дипломат хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә, халыҡ-ара ойошмаларының вазифа биләүселәренә ҡағылмай. Дәүләт хеҙмәттәрендә шәхесеңде раҫлау өсөн түбәндәге документтар һәм мәғлүмәттәр талап ителә: