Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Билгештәр күптән көтә ине...

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, Асҡын районының Билгеш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Элекке медицина пункты 1972 йылда төҙөлгән, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары булмаған бинала урынлашҡан ине. Яңы бина заманса талаптарға һәм стандарттарға тулыһынса яуап бирә. Медицина учреждениеһы халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә бар, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Яңы медицина пунктында 270 кеше хеҙмәтләндереләсәк. Пациенттарҙы фельдшер Айгөл Хәләжетдинова ҡабул итәсәк. Яңы проект “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм киң ҡоласлы элекке “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Йөрәк-ҡан тамырҙары, он

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, Асҡын районының Билгеш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Элекке медицина пункты 1972 йылда төҙөлгән, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары булмаған бинала урынлашҡан ине. Яңы бина заманса талаптарға һәм стандарттарға тулыһынса яуап бирә. Медицина учреждениеһы халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә бар, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Яңы медицина пунктында 270 кеше хеҙмәтләндереләсәк. Пациенттарҙы фельдшер Айгөл Хәләжетдинова ҡабул итәсәк. Яңы проект “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм киң ҡоласлы элекке “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре меән көрәш буйынса федераль программалар дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Ул һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға – өс меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә, ете меңдән ашыуын ремонтлауға, 54 мең берәмектән ашыу ҡорамал һәм транспорт сараһы алыуға, перинаталь үҙәктәрҙе йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Әсәлекте, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса комплеклы программа тормошҡа ашырыласаҡ Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.