Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика Йортонда сираттағы "Транспорт сәғәте"н үткәрҙе. Көн тәртибенә республикабыҙҙа юл селтәренең сифатын күтәреү һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре сығарылды. Башҡортостан Башлығы инициативаһы нигеҙендә насар юлдарҙы ремонтлау программаһы индерелде, 2025 йылда уға ҡараған ниндәй юлдар ремонтланасаҡ? Ошо турала республикабыҙҙың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова сығыш яһаны. Йыл аҙағына ошо программа нигеҙендә 244,2 километр трасса һәм 300 метрҙан ашыу күпер ремонтланасаҡ. Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарындағы Сибай - Аҡъяр юлы - шуға асыҡ миҫал. Шулай уҡ быйыл 36 километр оҙонлоғондағы юл яңыртылырға тейеш. Бынан тыш Яңауыл – Үрге Тәтешле юлының 10 километры ремонтланырға тейеш. Благовещен районындағы Бедеево Поляна – Ахлыстино юлының 10 километрға тиклеменә лә ремонт уҙғарыласаҡ, ә Хәйбулла районындағы Аҡъяр–Новочеркасск трассаһының 8 километрға тиклеме, Бөрйән районындағы Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының 6 километрға тиклеме лә ремонтланасаҡ. Тағы ла бер мәсьәлә – республикабыҙҙың Хөкүмәте янындағы инвалидтар эштәре буйынса Координацион советтың кәңәшмә йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән эштәрҙең тормошҡа ашыуы, шул иҫәптән Өфө ҡала маршруты буйынса йөрөгән автобустарҙы аудиохәбәриткес менән йыһазландырыу. Ул насар күргән пассажирҙарға ҡағыла. – Был проекттың яңы офоғон күреү, ниндәй көнүҙәк сервисты өҫтәмә рәүештә асырға мөмкинлектең булыуы – иң мөһиме,– тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.