Ул Федоровка районының Яңы Яуыш ауылында 1966 йылда донъяға килгән. “Үҙемде белгәндән бирле йырлайым, клубта үткән концерттарҙа ҡатнаша торғайным. Атайым бәләкәйҙән тракторҙа ултыртып йөрөттө, артабан үҙем дә ҡыҙығып китеп “ҡорос ат”ты "йүгәнләнем". 13 йәштә ҡул араһына инеп, атайҙы ял иттереп, үҙаллы ер һөрә инем инде”, - ти үҙ ауылында төпләнеп, бөгөнгө көндә урындағы фермер Сәғит Дәүләтбаевтың хужалығында эшләгән Нурийән Нурфәиз улы. Әйткәндәй, ул яҙғы сәсеүгә “ҡорос ат”тарын әҙерләп тә ҡуйған. “Иң башта йырҙың һүҙҙәренә иғтибар бирәм, шағирҙың уй-кисерешен йөрәгем аша үткәрәм. Төрлө композиторҙың йырын башҡарам. Аранжировка яҙыусы юҡ, йырсы башҡарған көйҙөң минусовкаһын алам. Музыка минең тауышҡа яраҡлаштырылмаған, шуға алдан башҡарған артистарҙың тонализына инеп йырлайым. Ул еңелдән бирелмәй”, – ти ул. Нурийән Нурфәиз улы Федоровка районы Юлдаш ауылы ир-егеттәренең “Юлдаш” вокаль ансамбле составында төрлө республика фестиваль-конкурстарында сығыш яһай. “Беҙ хәйриә концерттары үтк