Күләмле проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү федераль фондының финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. “Беҙҙең бурыс – бөтә республикала, ҡалала һәм ауылда йәшәү өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу. Ауылдарҙа 40 процент тиерлек халыҡ йәшәй, шуға күрә был биләмәләргә айырым иғтибар бүләбеҙ“, – тине Радий Хәбиров. Яңы объектты файҙаланыуға тапшырыу экологик хәлде һәм, дөйөм алғанда, ауыл халҡының йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Ауылда элек булған таҙартыу ҡоролмалары 1968 йылда уҡ төҙөлгән. Ваҡыт үтеү менән туҙыу арҡаһында ағынты һыуҙарҙы таҙартыу сифаты нормативтарға тап килмәй башлай. Иҫке таҙартыу ҡоролмаларын файҙаланыу ҙур хеҙмәт сығымдары һәм ҙур электр энергияһы тотоноуҙы талап иткән. 2023 йылдың февралендә мөһим проектты тормошҡа ашырыу тураһындағы контрактҡа ҡул ҡуйыла, ә 2024 йылдың декабрендә реконструкция тамамлана. Проекттың хаҡы 135 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Хәҙе