“Алға” махсус иҡтисади зонаһының резиденттары - 24 компания, инвестицияларҙың күләме 62,4 миллиард һум тәшкил итә, улар 3 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыуҙы күҙаллай. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика Хөкүмәте вице-премьеры – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы булдырылды. 2023 йылда айырым иҡтисади зонаның майҙаны уның составына “Өфө” индустриаль паркы биләмәһен индереү юлы менән киңәйтелде. “Алға” махсус иҡтисади зонаһының резиденттары өсөн һалым һәм таможня ташламалары ҡаралған, үҫешкән инженер һәм коммуналь инфраструктура менән ҡулланырға була. Махсус иҡтисади зонала алты предприятие эшләй башланы, тип хәбәр итте Александр Шельдяев. Улар –махсус эш кейеме тегеү менән шөғөлләнгән “Аркада” сәнәғәт берекмәһе, спорт кейеме етештереү буйынса ZASPORT тегеү фабрикаһы, йыйып алынған игенде эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса “АМКОДОР-Ағиҙел” заводы һәм “ЗУР” яҡтылыҡ-диодлы лампалар һәм яҡтыртыу ҡорамалдары етештереү компанияһы. 2024 йылда уларға “Уфимец” электр ҡорамалдары сығарыу буйынса ғилми-етештереү берекмәһе һәм юл буяуҙары етештереүҙә махсуслашҡан “Азимут” компанияһы өҫтәлде. “Алға” махсус иҡтисади зонаһында ошо алты предприятиеның инвестициялары 3,8 миллиард һумдан ашҡан, ә сығарылған продукцияның күләме 3,2 миллиард һум самаһы тәшкил иткән. Бында 770-тән ашыу кеше уңышлы эшләй. 2024 йылда 5,3 миллиард һумдан ашыу аҡса һалыу ҡаралған өс компания резиденттар сафын тулыландырҙы. Был “Поревит.Өфө” тротуар плиткаһы заводы, “Төҙөлөш материалдары комбинаты. Өфө” газ-бетон блоктары сығарыу заводы проекты һәм Белоруссия капиталы менән төрлө аккумуляторҙар өсөн сепараторҙар сығарырға планлаштырған “1АК-Сепаратор” компанияһы. Ете резидент төҙөлөшкә рөхсәт алды йәки төҙөлөш-монтаж эштәрен алып бара ла инде. Уларҙың иң ҙурҙары – юғары май спирттары сығарыу буйынса завод төҙөгән “Фарус-Синтез” компанияһы, дизель яғыулыҡтары өсөн цетан арттырыу ҡушымталары сығарыу буйынса завод менән “М Синтез” компанияһы һәм углеводород газдарын ароматик углеводородтарға эшкәртеү ҡулайламаһы менән “ДОГА” финанс төркөмө. 2024 йылдың декабрендә “3С Агро Холдинг” компанияһы соя эшкәртеү комбинаты төҙөүгә рөхсәт алды. 2025 йылда “Добрый картон” компанияһы гофротаралар сығарыу заводын сафҡа индерергә ниәтләй. Идара итеүсе компания – “Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте – махсус иҡтисади зона инфраструктураһын үҫтереүҙе дауам итә. Әйтәйек, 2024 йылда Ишембай районындағы майҙансыҡта һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү селтәрҙәре төҙөлөп бөткән. 2025 йылдың аҙағына тиклем Стәрлетамаҡ районында майҙансығында инженер селтәрҙәрен, майҙансыҡ эсендәге автомобиль юлдарын, тышҡы яҡтыртыу һәм ямғыр канализацияһы системаларын сафҡа индереү күҙаллана. Быйыл шунда уҡ энергия менән тәьмин итеү объекттары – 110 кВт ҡеүәтле подстанция, Яңы Салауат йылылыҡ электр үҙәгенән һауа-кабель линияһы, майҙансыҡ эсендәге селтәрҙәр һәм бүлеү подстанциялары төҙөлөп бөтәсәк. Был һөҙөмтәләр “Алға” махсус иҡтисади зонаһына 2024 йылда Рәсәй махсус иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеүсәнлеге милли рейтингында етенсе урын алырға һәм “Тотороҡло үҫеш” номинацияһында еңеүсе булырға мөмкинлек бирҙе. 2025 йылға пландарҙа - яңы резиденттар йәлеп итеү, шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаһы майҙанын артабан арттырыу. Перспективалы биләмәләр сифатында Өфө районындағы, Салауат һәм Ағиҙелдәге майҙансыҡтар ҡарала. – Иң йәш махсус иҡтисади зоналарҙың береһе булыуын иҫәпкә алғанда, яҡшы эш, рейтингта лайыҡлы урын, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Ошо юлдың башында беҙгә ышанған кешеләргә рәхмәт. Билдәләнгән бурыстарҙы планлы рәүештә үтәргә һәм резиденттарҙы әүҙем йәлеп итергә кәрәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.