Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Балыҡ ҡап, яр башында ялтырап ят!

Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылы эргәһендәге йәмле Ҡыҙылғы күлендә ҡышҡы балыҡ тотоу фестивале үтте. Был матур сара, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, беренсе тапҡыр ойошторолдо. Унда, ҡырмыҫҡалыларҙан тыш, Ауырғазы районы вәкилдәре лә үҙ көсөн һынаны. Ярышҡа килгәндәр араһында беренсе тапҡыр ҡатнашыусылар ҙа, тәжрибәле балыҡсылар ҙа бар ине. Улар балыҡ тотоу оҫталығын һынап ҡына ҡалманы, саф һауала ғаиләһе, дуҫтары менән матур, файҙалы ял итте. Мәртәбәле ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе һәм “Айыҡ ауыл” республика конкурсына йомғаҡ яһау буйынса эксперт комиссияһы етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбваева, Һәүәләй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Тимур Ғәләүетдинов балыҡсыларға уңыштар теләне. Төрлө легенда-риүәйәттәргә бай йәмле Ҡыҙылғы буйында ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең етеҙлеген, сәмлелеген күрһәтте һәм төрлө категорияларҙа ярышты. – Ауырғазы районының Исмәғил ауылынан килдек. Әйткәндәй, беҙҙе

Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылы эргәһендәге йәмле Ҡыҙылғы күлендә ҡышҡы балыҡ тотоу фестивале үтте. Был матур сара, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, беренсе тапҡыр ойошторолдо. Унда, ҡырмыҫҡалыларҙан тыш, Ауырғазы районы вәкилдәре лә үҙ көсөн һынаны. Ярышҡа килгәндәр араһында беренсе тапҡыр ҡатнашыусылар ҙа, тәжрибәле балыҡсылар ҙа бар ине. Улар балыҡ тотоу оҫталығын һынап ҡына ҡалманы, саф һауала ғаиләһе, дуҫтары менән матур, файҙалы ял итте. Мәртәбәле ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе һәм “Айыҡ ауыл” республика конкурсына йомғаҡ яһау буйынса эксперт комиссияһы етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбваева, Һәүәләй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Тимур Ғәләүетдинов балыҡсыларға уңыштар теләне. Төрлө легенда-риүәйәттәргә бай йәмле Ҡыҙылғы буйында ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең етеҙлеген, сәмлелеген күрһәтте һәм төрлө категорияларҙа ярышты. – Ауырғазы районының Исмәғил ауылынан килдек. Әйткәндәй, беҙҙең ауыл да “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша, – тип һөйләне Фаягөл Баҡыева. – Ошондай матур, мауыҡтырғыс сарала көс һынауыбыҙға шатбыҙ, ойоштороусыларҙың саҡырыуын ихлас ҡабул иттек, ярышҡа еңеүгә ҙур өмөттәр бағлап килдек. Ғаиләбеҙ менән йыш ҡына балыҡҡа йөрөйбөҙ, ә бына ҡышҡы балыҡ тотоуға беренсе тапҡыр сыҡтым. Күл буйында балыҡ ҡармаҡлау – ҡыҙыҡлы шөғөл, әлбиттә. Балыҡ ҡармаҡлау менән бер рәттән, яр буйында дәртле музыка ыңғайына төрлө спорт ярыштары ла ойошторолдо. Сәхнә түрендә Ҡырмыҫҡалы районы мәҙәниәт һарайы һәм үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығында күңелде күтәрерлек дәртле йырҙар яңғыраны. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһының да кәйефе байрамса ине. Музыка яңғырай, ҡар өҫтөндәге усаҡта балыҡ һурпаһы бешә, самауырҙар ҡайнай. Әйткәндәй, Нурия Садиҡова, Динә Садиҡова һәм Эльвира Вәкиловалар һәр кемде ҡайнар сәй һәм тәмле итеп бешерелгән балыҡ һурпаһы менән һыйланы. Сәмле ярыш аҙағында иң яҡшы балыҡсылар ҡиммәтле бүләктәр һәм грамоталар менән бүләкләнде. Шулай итеп, “Тиҙ быраулаусы” номинацияһында Ләйсән Яковлева иң етеҙе булды һәм боҙ тишеү буйынса иң беренселәрҙән булып еңеү яуланы. Икенсе урынға – Виктория Иҙрисова, өсөнсөгә Юлиә Кәримова сыҡты. Диана Әхмәҙиева иң йәш балыҡсы тип танылды, Фәнзилә Ҡанбәкова иң оло балыҡсы булды. Иң күп тотолған балыҡ һаны буйынса Алина Садиҡоваға тиңдәр табылманы. Икенсе урынды Сажиҙә Камалова һәм Эльвира Мөхәмәтйәнова бүлеште. Лена Шәйәхмәтова “Иң ҙур балыҡ” номинацияһында еңеү яуланы. Ошондай спорт саралары, һис шикһеҙ, халыҡҡа кәрәк, сөнки улапр берләштерә һәм ялды күңелле һәм файҙалы үткәреү мөмкинлеген бирә. Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА. Автор фотолары. ҺҮРӘТТӘРҘӘ: “Балыҡ ҡап, яр башында ялтырап ят!”; Ҡыҙылғы күленә килгән балыҡсылар. Автор фотолары. Ҡырмыҫҡалы районы. Гөлсәсәк МӨХӘМӘТЙӘНОВА, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылы: – Дуҫтарыбыҙ ярыш тураһында хәбәр итте һәм унда ҡатнашырға саҡырҙы. Тәжрибәле балыҡсы булмаһаҡ та, үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ. Һауа торошо ла быға булышлыҡ итте. Беренсе ҡаптырған балығым ҡыҙылғанат ине. Виктория ИҘРИСОВА, Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылы: – Бындай матур саранан ситтә ҡалып буламы ни?! Ярыш тураһында иғланды ишеткәс тә ҡатнашырға йөрьәт иттем. Минең менән бергә ирем, улдарым да килде. Улар мине дәртләндереп торҙо. Ошондай саралар ойошторғандары өсөн бик шатмын, ҡәнәғәтмен, балаларға ла өлгө күрһәтәбеҙ. Өҫтәүенә, ғаиләбеҙ менән Ағиҙелгә балыҡ ҡармаҡларға йыш ҡына сығабыҙ. Олатайым, атайым, ирем, улдарым – оҫта балыҡсылар. Шуға күрә улар менән бергә үҙең дә балыҡсы булып китәһең. Балыҡ тотоу – ирҙәр шөғөлө, тип әйтеүселәр менән килешмәйем.