Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Колбасаны үҙебеҙ эшләйек!

Ишембай ҡалаһынан аш-һыу оҫтаһы Фәриҙә Ҡорбанова “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына колбаса эшләү серҙәрен тәҡдим итә. Тәбиғи ҙә, тәмле лә килеп сыға, ти. -Өй шарттарында колбаса эшләүҙең ауырлығы юҡ. Бер килограмм һыйыр, бер килограмм йылҡы итенең фаршын ҡушабыҙ. Шуға самалап һуған, һарымһаҡ, ҡара, ҡыҙыл борос, тоҙ һалабыҙ. Ике сәғәткә маринадларға ултыртып ҡуябыҙ. Ит үткәргестең колбаса эшләй торған махсус ҡулланмаға эсәкте кейҙереп 20-25 сантиметр оҙонлоғонда колбасалар эшләйбеҙ. Ике осон бау менән бәйләйбеҙ. Һыуға лавр япрағы, тоҙ һалып 60-70 градусҡа еткәнсе йылынғас, колбасаларҙы һалабыҙ. Ҡаҙылыҡ кеүек тишектәр эшләйбеҙ. Талғын утта ҡайнап сыҡҡас, 15-20 минут бешерәбеҙ. Һөҙөп алғас, майлы табала ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Духовкалала ла ҡыҙҙырырға мөмкин. Бик тәмле килеп сыға! Үҙебеҙ бешергәнгә етә буламы?! Колбасаны ла эшләп ҡарайыҡ әле! Фото: Фәриҙә Ҡорбанованыҡы.