Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында бик матур сара ойошторолған. Был хаҡта райондың башҡорттары Ҡоролтайы хәбәр итә. "Ауылдарҙа ҡыҙыу мәлдәр. Һуғым өмәләре үткәндән һуң, халыҡ күпләп билмән эшләй. Күмәкләп эшләгәндә, эш тә ырай, күңелле лә.Быны яҡшы аңлаған Аҡъюл ауылы ҡатын - ҡыҙҙары ошо көндәрҙә билмән байрамы ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар дәртләнеп эшкә тотондолар. Кемдер ҡамыр йәйҙе, кемдер эслек әҙерләне, берәүҙәр тәмле билмән эшләне. Иң күп билмән эшләүсе, иң ҙур билмән, иң матур эшләнгән билмән кеүек ярыштар ойошторолдо. Арала иң шаяндары тәмле ризыҡ эсенә эслек итеп ҡамыр ҙа һалды. Кемдәргә ҡамыр тәтене, улар әтәс булып ҡысҡырҙы, шиғыр һөйләне, бейене, йырланы. Тәмле билмәндәр менән һыйланып, күңелле һәм файҙалы итеп үткәрҙе улар бөгөнгө көндәрен", - тип яҙа район башҡорттары Ҡоролтайы үҙенең төркөмөндә. Ә һеҙҙең яҡтарҙа билмәнде нисек эшләйҙәр, өмәләр үтәме? Үҙегеҙҙең фекер -тәҡдимдәрегеҙ, хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы