“Ярты йыл элек ирем менән айырылдыҡ. Сәбәбе – уның хыянаты. Ҡатын-ҡыҙ һиҙмәй буламы инде, әлбиттә, мин дә белә, һиҙә инем. Йәшерәк саҡта ошо сәбәпле ғаиләлә үҙ-ара ҡаңғырыу, иреш-талаш та булманы түгел, әммә йәшәй-йәшәй нисектер тынысландым, балалар, йорт, эш мәшәҡәттәре менән йылдар бер-бер артлы үтә торҙо. Ирем насар кеше булманы: юғары белемле, яҡшы карьера яһаны, беҙҙе мохтажлыҡта йәшәтмәне. Балалар үҫеп еткәс, мин дә күберәк үҙемә, эшемә иғтибар йүнәлттем – уҡыу йортонда директор урынбаҫары булып киттем. Улыбыҙ өйләнеп, Себер тарафтарында төпләнде, ҡыҙыбыҙ Өфөгә уҡырға инде. Балалар үҙалланып сығып киткәс, ирем менән ара бөтөнләй һыуынған кеүек булды. Шулай йәшәп ятҡанда, ул башҡа кешене осратыуы, минән китергә теләүе хаҡында белдерҙе. Әлбиттә, башта шаңҡып ҡалдым. Шулай ҙа һыр бирмәнем, “дүрт яғың – ҡибла” тигән төҫ яһаным. Бына ярты йыл яңғыҙым йәшәйем. Был фатирҙы ла, шәхси йортобоҙҙо ла һатыуға ҡуйғанбыҙ. Тормош, бәлки, ошолай дауам итеп, яңғыҙлығыма ла өйрәнер инем. Әммә...