2025 йылдан Башҡортостанда “Минең бизнесым” үҙәге базаһында ике яңы бүлексә эшләй башланы: “Минең креатив бизнесым” үҙәге һәм Мәғариф программалары һәм консалтинг дирекцияһы. Социаль өлкә инновациялары үҙәге (ЦИСС) эшләүен дауам итә. – Яңы структур подразделениелар “Минең бизнесым” үҙәге структураһының айырылғыһыҙ өлөшө буласаҡ һәм уларҙың эшмәкәрлеге “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) буйынса эшҡыуарҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк. Бизнес өсөн хеҙмәттәр спектрын киңәйтеү, стартаптарға һәм креатив индустрияларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү планлаштырыла, – тип яңылыҡтар менән уртаҡлашты Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. “Минең креатив бизнесым” үҙәгенең һәм Мәғариф программалары һәм консалтинг дирекцияһының бурысы – ижади тармаҡтарҙың бәләкәй һәм урта предприятиеларына консультациялар биреү һәм эшҡыуарлыҡ компетенцияларын уңышлы башлауға һәм үҫтереүгә
Был креатив бизнес вәкилдәре өсөн “ҡайнау нөктәһе” буласаҡ
26 января 202526 янв 2025
2 мин