Һуңғы йылдарҙа республикала туризм йүнәлешендә эшләгән яңынан-яңы объекттар ҡалҡып сыҡты. Айырыуса Белорет районында был эш әүҙем бара. Уларҙың райондың төрлө урындарында төҙөлөүе туристар өсөн дә уңайлы, сөнки һәр кемгә үҙенә оҡшаған ергә барып ял итеү мөмкинлеген бирә. Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан “Катрина” глэмпингы әүҙем туризмды үҙ иткән кешеләрҙең яратҡан урынына әйләнгән. Хужаларының да бар күңелен һалып шөғөлләнеүе һоҡланыу тыуҙыра – Өфөнән Белорет районына килеп, урман ҡосағында үҙ эштәрен асҡандар. Элек был урындарҙа “Сосновый бор” турист базаһы, “Чайка”, Олег Кошевой исемендәге лагерҙар урынлашҡан булған. Улар инде 10 йыл самаһы ташландыҡ хәлдә ҡалып, биналары ла таланып бөткән. – Өфөлә тарттырылған түшәмдәр эшләү буйынса цехым бар ине. Ҡатыным Ирина Павловна ғүмер буйы хисапсы булып эшләне. Ҡыҙыбыҙ Екатерина Сергеевна ла ошо һөнәргә уҡып сыҡты. Үҙем туризм менән бала саҡтан шөғөлләнәм, беҙҙә “Замандаш” журналистар түңәрәге булды. Һәр ваҡыт кәмәлә ағып төшөргә йөрөнөк. Туризм менән шөғөлләнгән, ял итергә яратҡан дуҫтарым күп. 2021 йылда ошо тармаҡҡа ныҡлап тотонорға ҡарар иттек. Ҡатыным ошо урынды оҡшатты, – тип һөйләне Сергей Кудряшов. Кудряшовтар субсидия алыу өсөн туризмды үҫтереү программаһында ҡатнашып ҡарай, әммә конкурстан үтә алмай. Шуға ла кредит юллап, ер менән өй һатып алалар. Унда биш кеше һыйҙырышлы Афрэйм төрөндәге ике йорт төҙөгәндәр. – Өсөнсөһөн эшләй башлағанда, беҙгә Өфөнән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан шылтыратып, конкурста тағы ла ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Был юлы уңыш йылмайҙы – 2,4 миллион һум дәүләт ярҙамы алдыҡ һәм уға үҙебеҙҙән 2,4 миллион һумды өҫтәнек. Ошо аҡсаға өсөнсө йортто төҙөп бөтөп, тағы ла икәүҙе эшләнек. Хәҙер йыл әйләнәһенә 25 ҡунаҡты ҡабул итә алабыҙ. Ете гектар еребеҙ бар, шуға күрә лә палатка ҡуйып ял итергә теләгәндәр өсөн ҡуртымға урын бирәбеҙ. Былай кеше өҙөлгәне юҡ, йәй миҙгелендә тулы ҡеүәттә эшләнек. Республиканан ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург, Норильск, Орск, Силәбе, Магнитогорск кеүек ҡалаларҙан да ял итергә киләләр, – тине Сергей Петрович. Ял базаһындағы йорттарҙы электр уты менән йылыталар. Йорт эсендә ҡалалағы кеүек бар уңайлыҡтар тыуҙырылған, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлә. “Катрина” глэмпингы, ысынлап та, бик уңайлы урында урынлашҡан. Эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аға, яр буйында мунса, мискә ҡуйғандар. “Ҡыҙыбыҙға оҡшай, туризм менән шөғөлләнеү, тәбиғәт ҡосағында йәшәү – уның хыялы, ә беҙ уға ярҙам итәбеҙ. Әлегә төп эштә үҙебеҙ өлгөрәбеҙ, әммә йорттарҙы йыйыштырырға кеше ялланыҡ. Киләсәктә бында 10 эш урыны буласаҡ”, – ти Сергей Кудряшов. Эшҡыуарҙарҙың киләсәккә уй-ниәте ҙур – тағы ла бер йорт, ашхана, спорт майҙансығы төҙөргә йыйыналар. Екатерина ат ярата, шуға ла йылҡы үрсетергә, зоопарк булдырырға ла теләйҙәр. – Бында иң мөһиме – тәбиғәт, сөнки бындай матурлыҡ бер ҡайҙа ла юҡ. Беҙ ошо урынды күргәс тә: “Алырға кәрәк!” – тип бер һүҙҙән ҡарар иттек. Мин ҡаланы яратмайым, урман кешеһемен. Өфөлә 18 йәшемә тиклем йәшәһәм дә, уны барыбер ярата алманым. Мине һәр ваҡыт урман, тау, йылға үҙенә тартты. Шуға ла өйҙә йә офиста түгел, тәбиғәт ҡосағында эшләү урынын эҙләнем. Башта уй тыуғас, уны тормошҡа ашыра башланыҡ. База өсөн урынды күп эҙләнек, бында осраҡлы ғына килеп сыҡтыҡ. Тәүҙә ҡайҙа барғаныбыҙҙы аңламаныҡ – ниндәйҙер ташландыҡ урын, яланда сүп-сар өйөмө. Йылға буйында матур ярҙы күргәс, ошо урын күңелебеҙгә ятты. Быға тиклем Белорет, Магнитогорск ҡалаһынан туристар килеп, иркенләп ял иткән булған. Беҙ был урынды кәртәләп алғас, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр табылды. Бында тәртип урынлаштырҙыҡ, хәҙер кәртәләнгән биләмәлә ял итеү өсөн түләргә кәрәк – шул да оҡшамағандыр. Быға тиклем ял итеүселәр үҙҙәренән һуң сүп-сар ҡалдырған. Беҙ биләмәне таҙаланыҡ. Ҡайһы берәүҙәр “минеке” тип дәғүә белдерергә ярата, әммә тирә-яҡты яҡшыға үҙгәртеү өсөн ҡыл да ҡыбырлатмай. Ә беҙ даими таҙартып торабыҙ, был урынды үҫтерәбеҙ, – тине Екатерина. Эшҡыуарлыҡ менән ҡыйыуҙар, егәрлеләр, уңғандар ғына шөғөлләнә ала. Шулай булмаһа, Кудряшовтар Өфөләге эштәрен, баш ҡаланы ташлап, урманға килеп төпләнмәҫ ине. Хәҙер Белорет районы – улар өсөн яратҡан төбәккә, ә туризм ғаилә шөғөлөнә әйләнгән. “Беҙ үҙенсәлекле туризм ҡеүәтенә эйәбеҙ, әммә инфраструктуранан, мәғлүмәт таратыуҙан башлап, ул талаптарға яуап бирмәй. Беҙҙә, ысынлап та, күрһәтерлек урындар бар, әммә уларҙы үҫтереү өсөн ваҡыт талап ителә. Шул уҡ ваҡытта беҙгә булғанды йөкмәтке менән тулыландырырға кәрәк”, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Һуңғы биш йылда Башҡортостан туризм тармағын үҫтереүҙә ҙур үҫеш яһаны. 2018 йылда республикаға туристар ағымы 1,169 миллион кеше тәшкил итһә, 2023 йылда – 2,2 миллион (2022 йылға + 14 процент). Республика “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектын (национальный проект "Туризм и гостеприимство") уңышлы тормошҡа ашыра, ә турист инфраструктураһын үҫтереү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып тора. Башҡортостан Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, был маҡсатҡа 2023 йылда 1,5 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән. Капиталь объекттар төҙөүҙән тыш, республикала глэмпингтар киң таралыу ала: тиҙ төҙөлә торған модулле биналар туристарға матур тәбиғәт ҡосағында ҡунаҡхана кимәлендәге уңайлылыҡты тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Глэмпингтар туризмды һәм тотош республика иҡтисадын үҫтереүгә ярҙам итә. Туристарға яңы урындар күрһәтеү мөмкинлеге биргән глэмпингтар һәм кемпингтар һаны арта бара. Мәҫәлән, 2023-2024 йылдарҙа туристар өсөн 600-ҙән ашыу урын булдырылған, әле ошо өлкәлә 400-ҙән ашыу проект әҙерләүҙең төрлө стадияларында. ФЕКЕР Валерий ЗАГОРСКИЙ, Магнитогорск ҡалаһынан: – Бында бер нисә тапҡыр ял иттек. Бөтәһе лә оҡшай – йылға, һауа, урман. Был урын ҙур компаниялар менән ял итеү өсөн уңайлы. Мәҫәлән, беҙ бер юлы 80 кеше килдек, махсус тәғәйенләнгән урындарҙа палаткаларыбыҙҙы ҡорҙоҡ. Ошондай кешеләргә дәүләт күберәк ярҙам итһен, тигән фекерҙәмен. Рәмилә Мусина фотолары.
Һуңғы йылдарҙа республикала туризм йүнәлешендә эшләгән яңынан-яңы объекттар ҡалҡып сыҡты. Айырыуса Белорет районында был эш әүҙем бара. Уларҙың райондың төрлө урындарында төҙөлөүе туристар өсөн дә уңайлы, сөнки һәр кемгә үҙенә оҡшаған ергә барып ял итеү мөмкинлеген бирә. Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан “Катрина” глэмпингы әүҙем туризмды үҙ иткән кешеләрҙең яратҡан урынына әйләнгән. Хужаларының да бар күңелен һалып шөғөлләнеүе һоҡланыу тыуҙыра – Өфөнән Белорет районына килеп, урман ҡосағында үҙ эштәрен асҡандар. Элек был урындарҙа “Сосновый бор” турист базаһы, “Чайка”, Олег Кошевой исемендәге лагерҙар урынлашҡан булған. Улар инде 10 йыл самаһы ташландыҡ хәлдә ҡалып, биналары ла таланып бөткән. – Өфөлә тарттырылған түшәмдәр эшләү буйынса цехым бар ине. Ҡатыным Ирина Павловна ғүмер буйы хисапсы булып эшләне. Ҡыҙыбыҙ Екатерина Сергеевна ла ошо һөнәргә уҡып сыҡты. Үҙем туризм менән бала саҡтан шөғөлләнәм, беҙҙә “Замандаш” журналистар түңәрәге булды. Һәр ваҡыт кәмәлә ағып төшөргә йөрөнөк.