– Хәлдәрегеҙ нисек, ағай? – Йәштәрсә! Киң ихатаһын тип-тигеҙ итеп ҡарҙан таҙартып йөрөгән Зиннур ағай ихлас йылмайып, ҡаршыбыҙға егеттәрсә еңел баҫып килеп күреште. Халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡапҡаларын шаран асҡан, машинаны ҡуйыу өсөн урыны ла әҙер. – Һеҙ киләбеҙ тигәс, Рәмилә апайығыҙ менән иртәнән үк көтәбеҙ инде, – тип хужа беҙҙе күркәм йортона саҡырҙы. – Көндәребеҙ гел шулай көтөп үтә ул... Туғанлыҡ көсө Архангел районының Максим Горький ауылында йәшәгән Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы менән Зиннур Зиннәт улы Бәшировтарҙың өйөнөң түрендә – фотоһүрәттәр. Уларҙан хәрби кейемдәге дүрт улдары етди ҙә, яғымлы ла ҡараш менән баға. Һағыныу ҙа тойолғандай. Дүртеһе лә бөгөн махсус хәрби операцияла бит... – Айнур, Нур, Азат, Илнар. Улдарыбыҙға исемде лә яҡтылыҡ, ирек, ил төшөнсәләренә бәйле ҡушҡанбыҙ икән, тип һөйләшеп алабыҙ бөгөн, – тип фотоһүрәттәргә һөйөү тулы ҡараш менән баҡты Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы. – Исемдәре есемдәренә тап килеп, еребеҙҙә яҡтылыҡ булһын өсөн көрәш юлында бөгөн улдарыбыҙ. Һәр көнөбөҙ уларҙы уйлап үтә инде, теләктәр, доғалар менән... Ололар һәр балаһы хаҡында ғорурлыҡ һәм һағыш аралаш һөйләй башланы. Бына тәүге фотоһүрәттә – өлкән улдары Айнур. “Росгвардия”ның махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядында хеҙмәт итә. Подполковник. Заманында Чечнялағы һуғышты ла үткән яугир. – Айнурыбыҙ бәләкәйҙән уҡыуға шул ҡәҙәр шәп булды, – тип йәнләнеп, күҙҙәренә нур ҡунып һөйләй башланы Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы. – Тәүҙә физкультура техникумын, унан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Артабан Эске эштәр министрлығының Юридик институтында ла белем алды. Балаларҙы уҡытып ҡына йөрөһә ине лә бит, юҡ шул... Хәрби юлдан китте. Эшемде яратам, ти ҙә ҡуя. – Айнур БДПУ-ла республика Президенты стипендиаты булғайны, – тип һүҙгә ҡушылды Зиннур ағай. – Хәҙер бына үҙенең улы – республика Башлығы стипендиаты. Ҡарағыҙ әле, төҫ-ҡиәфәте менән дә – хас атаһы. Ғаиләһе менән Өфөлә төпләнде улыбыҙ, килен менән өс бала үҫтерәләр. Артабан әсә кеше икенсе улының фотоһүрәтен ҡәҙерләп ҡулға алды: – Нурыбыҙ – юғары категориялы уҡытыусы. Махсус хәрби операция башланғас уҡ унда китергә уҡталғайны, тәүге йылында көс-хәл менән туҡтатып ҡала алдыҡ. “11-селәрҙә класс етәксеһенең. Улар мәктәпте тамамлаһын инде...” – тиеүебеҙ ҙә тәьҫир иткәндер. Уҡыусыларын оло юлға оҙатҡас, үҙе лә оҙаҡ тормай, МХО-ға юлланды. – “Өс туғаным да махсус хәрби операцияла. Мин араларында “аҡ ҡарға”мы ни?” тине бит. Туғанлыҡ көсө... – тип өҫтәп ҡуйҙы Зиннур Зиннәт улы. – Улдарыбыҙҙы үҙебеҙ шулай тәрбиәләнек шул, – тип дауам итте Рәмилә апай. – Нурыбыҙ тәүҙә педагогия колледжында уҡығайны, унан БДУ-ның Бөрөләге филиалын тамамланы. Үҙебеҙҙең ауылдың мәктәбендә уңышлы эшләне. Ирекле көрәш буйынса тренер ҙа. Үҙе лә, тәрбиәләнеүселәре лә район, республика кимәлендә еңеүҙәр яулай ине. Күптән түгел отпускка ҡайтҡанында ла ауылда спорт ярышы үткәреп, балаларҙы былау бешереп һыйлап, күңеле булды баламдың. Ауылыбыҙҙың осонда ике ҡатлы шундай матур йорт һалды. Киленебеҙ Айгөл дә ғәжәп уңған, изге күңелле. Күп итеп мал тоталар, һарыҡтары ғына ла етмешләп, һыйырҙары, аттары бар. Балаларының өсөһө лә ата-әсәһе кеүек тырыш, уҡыуға ла, спортҡа ла шәп. Нур улыбыҙ дин юлында, күптән намаҙ уҡый. Бына, ҡарағыҙ әле, ватсаптан көн һайын “Әс-сәләмү ғәләйкүм!” тип яҙып, именлек теләп хәбәр ебәрә беҙгә. Үҙе һау ғына йөрөһөн! Бына был фотоһүрәттәрҙә Нур, Азат улдарыбыҙ үҙебеҙҙең район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин менән. Етәксебеҙ гуманитар ылау тейәп махсус хәрби операция биләмәһенә барғанда осрашҡандар. Ошо сәфәрҙән һуң Айрат Закир улы, хакимиәттең эштәр менән идара итеүсеһе Татьяна Ғәлина беҙгә килеп, улдарыбыҙҙың яу сәләмен еткерҙеләр. Ҙур рәхмәт! Бындай иғтибарҙан күңелгә шул ҡәҙәр рәхәт булды. – Өсөнсө улыбыҙ Азат Алкин ҡасабаһындағы Жуков орденлы 12-се гвардия-инженер бригадаһында 15 йыл хеҙмәт итә. Ғаиләһе менән Өфө янындағы Затон биҫтәһендә йәшәй. Килен менән өс бала үҫтерәләр, – тип һүҙҙе дауам итте Зиннур Зиннәт улы. – Ҡустыһы Илнарҙы ла үҙенең янына алды ул. Әйткәндәй, атайым да заманында Алкиндағы ошо бригадала хеҙмәт иткән. Өс һуғыш үткән ҡаһарман яугир булды ул. Хәҙер ейәндәре уның юлын дауам итә. Өсөһө МХО башланғандан алып шунда, аҙаҡ Нурыбыҙ ҙа туғандарына ҡушылды... “Үҙ көсөгөҙгә таянығыҙ” Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы ошо Максим Горький ауылы ҡыҙы булһа, Зиннур Зиннәт улы – күрше Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан. – Йүнәлтмә буйынса эшкә килгәс, бындағы колхозда иҫәпсе булып эшләгән һылыу ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ булдым, – тип йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Зиннур ағай. – 1977/78 йылдың сатлама һыуыҡ ҡышында танышҡайныҡ, әммә тормошобоҙ, Аллаға шөкөр, сағыу ҡояшлы булды. Былтыр көҙ бергә йәшәүебеҙгә 45 йыл да тулды. Беҙ йәш саҡта Максим Горький ауылында “миллионер” колхоз эшләне, тотош республикабыҙҙа данлы ине ул. Икебеҙ ҙә ошо хужалыҡта белгес булдыҡ, мин – баш инженер, ҡатыным – баш бухгалтер. – Гел генә үҙ көсөбөҙгә таянып йәшәнек, Аллаға шөкөр. Балаларҙы ла “кешенең бер тиненә лә теймәгеҙ, хеҙмәтегеҙ менән хөрмәт яулағыҙ” тип өйрәттек, – тип һүҙгә ҡушылды Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы. – Күп итеп мал тоттоҡ, баҡса үҫтерҙек. Өлкәнәйһәк тә, ике йыл элек кенә лә һыйырыбыҙ бар ине әле. Икәүләп ковид менән сирләп киттек, мал ҡарарға хәл юҡ. Шул саҡ оло улыбыҙ телефондан һөйләшкәндә: “Ҡайтам да һыйырығыҙҙы ҡыуып сығарып ебәрәм. Етте һеҙгә мал тотоу. Үҙегеҙҙе, һаулығығыҙҙы уйлағыҙ”, – тип ҡырҡа талап ҡуйҙы. Теләмәһәк тә, йөрәк әрнеһә лә, һыйырыбыҙҙы һаттыҡ инде. Ҡалайтаһың, өлкәнәйҙек. Бына Зиннур ағайығыҙ киләһе аҙнала район үҙәгенә дауаханаға йыйына әле... – Әйҙәгеҙ, мин табип менән һөйләшеп, һеҙҙе сиратһыҙ үткәрәйек, – тип һүҙгә ҡушылды беҙҙең менән бергә барған Регина Ишмөхәмәтова. Ул “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Архангелдәге штабында социаль координатор булып эшләй. – Ҡуй, ҡыҙым, – тип уңайһыҙланып китте Зиннур ағай. – Сират та булдымы бер проблема, көтөп ултырырмын әле. Улайтып үҙебеҙҙе күрһәтеп йөрөргә өйрәнмәгәнбеҙ беҙ. 2023 йылда Өфөгә саҡырып, “Атай ҡаһарманлығы” миҙалын таҡҡандарында ла уңайһыҙлыҡ кисергәйнем. Район, ауыл хакимиәте етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре шулай иғтибарҙан айырмай ул беҙҙе. Йыл да утын килтерәләр, хәлебеҙҙе беләләр, барыһы менән ярҙам итергә тырышалар. Уртаҡ теләктәребеҙ тормошҡа ашып, донъяға тыныслыҡ килһен – иң мөһиме шул. – Эйе, имен булайыҡ, – тип иренең һүҙҙәрен йөпләне Рәмилә апай. – Барыбыҙҙың да улдарыбыҙ, барса яугирҙәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, Аллаһ бирһә. Көткәндәргә иһә сабырлыҡ насип итһен! Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
– Хәлдәрегеҙ нисек, ағай? – Йәштәрсә! Киң ихатаһын тип-тигеҙ итеп ҡарҙан таҙартып йөрөгән Зиннур ағай ихлас йылмайып, ҡаршыбыҙға егеттәрсә еңел баҫып килеп күреште. Халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡапҡаларын шаран асҡан, машинаны ҡуйыу өсөн урыны ла әҙер. – Һеҙ киләбеҙ тигәс, Рәмилә апайығыҙ менән иртәнән үк көтәбеҙ инде, – тип хужа беҙҙе күркәм йортона саҡырҙы. – Көндәребеҙ гел шулай көтөп үтә ул... Туғанлыҡ көсө Архангел районының Максим Горький ауылында йәшәгән Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы менән Зиннур Зиннәт улы Бәшировтарҙың өйөнөң түрендә – фотоһүрәттәр. Уларҙан хәрби кейемдәге дүрт улдары етди ҙә, яғымлы ла ҡараш менән баға. Һағыныу ҙа тойолғандай. Дүртеһе лә бөгөн махсус хәрби операцияла бит... – Айнур, Нур, Азат, Илнар. Улдарыбыҙға исемде лә яҡтылыҡ, ирек, ил төшөнсәләренә бәйле ҡушҡанбыҙ икән, тип һөйләшеп алабыҙ бөгөн, – тип фотоһүрәттәргә һөйөү тулы ҡараш менән баҡты Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы. – Исемдәре есемдәренә тап килеп, еребеҙҙә яҡтылыҡ булһын өсөн көрәш юлында бөгөн улдарыбыҙ. Һәр к