Альбина Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында III курста уҡый, башҡорт һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы булырға йыйына. Уҡыуҙан буш ваҡытында студент ҡыҙ кассир булып эшләргә, “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә (етәксеһе – Рим Асҡаров) шөғөлләнергә, концерт һәм спектаклдәргә йөрөргә өлгөрә. Тыуған яғы Баймаҡ районына ялға ҡайтһа, Альбинаны өйҙә тап итермен тимә. Һаҡмарҙа балыҡ тоторға, ялан-ҡырҙар буйлап атта елергә ярата. Әйткәндәй, бала сағы Шүлкә һәм Беренсе Этҡол ауылдарында үткән. – Ете йәш тирәһендә йәш тайҙы менгегә өйрәттем. Тәүҙә бер нисә көн буйы шәкәр ашатып, ышанысын яулап алдым. Шунан көрткә алып барып баҫтырҙым да һыбай менеп ултырҙым. Көрттә ул сабып сығып китә алмай, мине өҫтөнән алып ташлаһа ла, ҡурҡыныс түгел. Яратҡан атыма хәҙер 14 йәш, мине күреү менән әллә ҡайҙан танып, сабып килеп етә, мороно менән төртөп иркәләнә, – ти сая ҡыҙ. Уҡыуын тамамлағас, Альбина башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләргә теләй. "Башҡортостан" гәзитенең "