Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Үҙ әсәһе балаһынан баш тартты...

Тәҙрә аша ҡыш биҙәктәрен, ҡар һалған юлдарҙы күҙәткән Эльмира тағы ла нығыраҡ күңелһеҙләнде. Ҙур бейек йорттарының алдында ла тере йән эйәһе күренмәй, барыһы ла фатирҙарына бикләнеп, яҡындары менән шау-гөр киләләрҙер кеүек. Уның Ғәзизе кеүек төнгә ҡәҙәр эштән ҡайтып инмәгән иҫәрҙәр бар тиһеңме... Бына тағы һуңланы, ваҡытында ҡайтам, тип вәғәҙә итһә лә, һаман юҡ. Эльмира кейәүгә сыҡҡандан һуң дүрт йыл үтһә лә, күңеленә ятҡан эш таба алмауына үкенеп тә ҡуя. ”Кеше араһында йөрөп ҡайтыр инем әле, яңы дуҫ-иш тә табылыр ине, ирҙе көтөп ғүмер үткәрәләрме ни инде”, тип йөҙ ҡат уйлағаны ла булды. Матур күлдәктәрен, затлы балдаҡтарын кейеп, үҙен ысын, иркә ҡатын-ҡыҙ итеп тойоп, ҡәнәғәтлек кисереп йөрөрлөк мөмкинлектәр етерлек булһа ла, кистәрен яманһыулап ултырырлыҡ ауыр тойғолар баҫа. – Эльмира, мин өйҙә! Ҡайттым! Беләһеңме, ниндәй ҙур проектты тамамланыҡ бөгөн, үҙем дә ышанып бөтә алмайым, – тип ишектән күренеү менән үҙен өйөрөлдөрә башлаған иренә көйһөҙләнергә лә онотманы йәш ҡатын. – Эй ярат

Тәҙрә аша ҡыш биҙәктәрен, ҡар һалған юлдарҙы күҙәткән Эльмира тағы ла нығыраҡ күңелһеҙләнде. Ҙур бейек йорттарының алдында ла тере йән эйәһе күренмәй, барыһы ла фатирҙарына бикләнеп, яҡындары менән шау-гөр киләләрҙер кеүек. Уның Ғәзизе кеүек төнгә ҡәҙәр эштән ҡайтып инмәгән иҫәрҙәр бар тиһеңме... Бына тағы һуңланы, ваҡытында ҡайтам, тип вәғәҙә итһә лә, һаман юҡ. Эльмира кейәүгә сыҡҡандан һуң дүрт йыл үтһә лә, күңеленә ятҡан эш таба алмауына үкенеп тә ҡуя. ”Кеше араһында йөрөп ҡайтыр инем әле, яңы дуҫ-иш тә табылыр ине, ирҙе көтөп ғүмер үткәрәләрме ни инде”, тип йөҙ ҡат уйлағаны ла булды. Матур күлдәктәрен, затлы балдаҡтарын кейеп, үҙен ысын, иркә ҡатын-ҡыҙ итеп тойоп, ҡәнәғәтлек кисереп йөрөрлөк мөмкинлектәр етерлек булһа ла, кистәрен яманһыулап ултырырлыҡ ауыр тойғолар баҫа. – Эльмира, мин өйҙә! Ҡайттым! Беләһеңме, ниндәй ҙур проектты тамамланыҡ бөгөн, үҙем дә ышанып бөтә алмайым, – тип ишектән күренеү менән үҙен өйөрөлдөрә башлаған иренә көйһөҙләнергә лә онотманы йәш ҡатын. – Эй яратмайым шул ҡылығыңды. Өҫтөң һыуланған, еүешһең, сисен әле тәүҙә, – тип иркәләнде. – Шатлығым эсемә һыймай, бик шәп көн бөгөн! Уңышлы шаршамбы! – тип һөйләнеүен белде ире. – Әгәр ҙә юғарыла яҡлай алһаҡ, күп йыллыҡ маҡсатыма өлгәштем тигән һүҙ, әйтерһең дә, күк ҡабағы асылды! Ике аҙнанан Мәскәүгә эшлекле сәфәр көтә беҙҙе, Эльмира! –Ҡайҙа? Ҡасан, Ғәзизкәйем? Былтырғыһы һәләк оҡшағайны. Тик бына яңы күлдәк-туфли алып өлгөрөргә кәрәк, матур ҡатын ирҙең визиткаһы бит инде, – тип һырпаланды Эльмира, үпкәһен дә онотоп. – Һин бит минең фәрештәм, башҡалар араһында “ялт” итеп йөрөһәң, миңә лә күңелле! Теләгәнеңде һайлап ал! – тип кәйефен күтәрҙе ире. Кем-кем, Эльмира кисәләрҙә, байрамдарҙа үҙен тота белә, иң сағыуы, иң һөйкөмлөһө ул ғына, уға иғтибарын төбәмәгән ир заты юҡ. Әле генә үҙен бәхетлеләрҙән-бәхетле тойған Эльмираны кинәт ен алыштырҙымы ни, йөҙө болоҡһоп, күҙҙәре йәшләнеп китте. Йомшаҡ диванға сумып, аҡрын ғына һүҙ башланы: “Ғәзиз, һиңә әйтер яңылығым бар. Башҡаса әйтмәй булдыра алмайым, мин бала көтәм, өс айлыҡ инде!” – тине. Бер тын һүҙһеҙ ҡалған Ғәзиз дә яйлап иҫенә килде, “Ысынмы, кит әле, көтмәгәйнем. Ҡалай шәп, атай булам да баһа!” – тип ҡатынын ҡосаҡлап алды. Хис-тойғоларҙы һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел шул. ”Нимә тип әйтергә лә белмәйем, бындай саҡта нимә тиергә кәрәк икән? Бына һиңә яңылыҡ!” – тиеүҙән уҙманы ир. “Яратам ҡатынымды, тип әйт! Улай әйтергә һүҙ таба алмағас” – тип сәнстереп алырға тырышты ирен Эльмира. “Яратам үҙеңде лә, улыбыҙҙы ла!” – тип еңел һулап йылмайҙы Ғәзиз. Тик был яңылыҡ Эльмираның ҙур ҡалаға ымһындырғыс сәйәхәте тураһындағы хыялын ғына юҡҡа сығарҙы. ”Ауыҙыңды ла асма, Эльмира. Самолетта осоу юҡ! Барыһы ла киләсәктә булыр, әлегә тәүәккәлләмәйбеҙ, түҙәбеҙ”, – тип ҡырт киҫте ире. “Әйтерһең дә, донъяла бер мин генә бала көтәм, башҡа йөклө ҡатындар самолетта осмай тип уйлайһыңмы әллә?” – тип көйһөҙләнергә тырышыу ҙа ярҙам итмәне, Ғәзиз һүҙендә ныҡ торҙо. ”Бер үҙеңде ҡалдырмайым, әсәйем бер аҙнаға килеп торор”, – тип тынысландырырға тырышты. Бындай хәстәрлек ҡатындың планына инмәһә лә, күнергә тура киләсәген аңлай ине. Әле йөрәгенә, әле ҡан баҫымына зарланырға яратҡан, юл йөрөүҙе йәне һөймәгән ҡәйнәһенең тиҙ генә йыйынып килеп етеүенә ышанысы юҡ, улының әйләнеп ҡайтыуына килеп етһә, булған инде, тип уйлап ҡына ҡуйҙы. Ирен сәфәргә оҙатҡандан һуң бушап ҡалған йорттағы тәрән тынлыҡты телефонға килгән хәбәр боҙҙо. “Һағындым, ҡасан күрешәбеҙ?” – тигән яҙыуҙы күреү менән Эльмираның йөҙө ҡыҙарып, һулышы йышайҙы, Вадимдың һаман да уны онота алмай әйләнгән һайын осрашырға тырышыуы уны осондороп, маһайтып та ебәрә. Тик был юлы эште “мыштыр”, “сырхау” ҡәйнәһе Хәлимә апай боҙҙо. Тыуасаҡ ейәне тураһындағы яңылыҡты ишетеп, килененең күңелен күрергә ҡанатланып, осоп килеп еткән ҡәйнәһе ҡулында фатир асҡысы булмаһа, бәлки, эш ҙурға ла китмәгән булыр ине. Коридорға осҡан пальто, ботинкалары артынан Вадим да бүлмәнән пулялай атылып сыҡты. Бына һиңә “гипертония”, бына һиңә “ишемия”, бына һиңә “атеросклероз”! Хәлимә апай бер юлы бөтә сирҙәренән, бысраҡтан арынып, үҙен еңеләйеп киткәндәй тойҙо. Тик бына улына фәрештәләй күреп, өрмәгән ергә ултыртмаған ҡатынының хыянатын нисек еткерергә? Нисек кенә ауыр булмаһын, Ғәзиз дә ысынбарлыҡты ҡабул итеп, һыҙлана-һыҙлана күңел яраларын дауаланы. Биш ай инде дыуамал, шаталаҡ һәм үпкәсел Эльмираһыҙ йәшәһә лә, бергә кисергән бәхетле минуттар, хыялдар онотолмай, йәш һәм күңелсәк Вадимдан көнләшеү уты өтөп алған мәлдәр ҙә булғылай шул әле. Бер көн бала табыу йортонан шылтыратып, элекке ҡатынының ул табыуын, тик сабыйынан баш тартыуын хәбәр иттеләр. “Әсәй, мин ул сабыйҙы уллыҡҡа алам”, тигәс, Хәлимә апай тәүҙә ҡаршы төшөп маташты. ”Аҡылдан яҙҙыңмы әллә? Сит баланы? Әллә үҙеңдеке тип уйлайһыңмы?” – тип аптырашта ҡалды. ”Минекеме, әллә уныҡымы, бер ниндәй айырма юҡ, әсәй. Ул минең өсөн сит бауыр түгел. Сабыйҙың ғәйебе бармы ни? Ул бит был донъяла япа-яңғыҙ...” Әсә оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо. Аҙаҡ тәүәккәл ҡарарға килеп, улының иңенә ҡулдарын һалды: ”Ярар, улым. Документтар йыйырға ярҙам итермен. Шул тиклем дә атайыңа оҡшарһың икән, намыҫлыһың”, – тине. *** Карауатҡа эйелеп, унан күҙен алмаған өләсәһенә ҡарап ауыҙын йырған бер йәшлек сабыйға күп кәрәкме? Һөйөү барыһын да хәл итә. –Ҡара әле, улым, – тип йылмайҙы Хәлимә апай, – тас һинең бала сағыңдағы кеүек, әллә ысынлап та һинең улың инде... – Быныһы һис мөһим түгел, әсәй. Хәҙер ул бары минеке генә, – тип улының бәләкәй генә мендәрен төҙәткеләп ҡуйҙы атай кеше. Тормош ваҡыты менән ғәжәп ҡыҙыҡ та, аңлайышһыҙ ҙа булып киткеләй. Ҡайһы саҡта барыһын да юғалтып, тамам өмөтһөҙлөккә төштөм тигәндә, тормошта иң мөһим нәмәгә эйә булыуың да ихтимал икән. Д.Ғәбдрәхимова. Нәсих Хәлисов фотоһы.