Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер ирҙе үле тапҡандар, ә икенсеһен...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре Йоматау ауылындағы янғынды һүндергән. Янғын һөҙөмтәһендә ике бүлмәле фатирҙағы йорт мөлкәте зыян күрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һөҙөмтәһендә 62 йәшлек ир һәләк булған. Шулай уҡ тағы 72 йәшлек ир тән йәрәхәттәре алған, уны дауаханаға оҙатҡандар. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫегеҙгә төшөрә: түшәктә тәмәке тартмағыҙ; йоҡлар алдынан электр приборҙарын һүндерегеҙ; йортта янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал ҡуйығыҙ; ут һүндергесте һатып алып, уны ҡулланырға өйрәнегеҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.