Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Маҡсатлылар, тырыштар, һәләтлеләр

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты бөгөн туған телебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ буйынса белегестәр әҙерләү менән бер рәттән бер нисә йүнәлеш буйынса белем бирә. Бында рус, инглиз, ҡытай, ҡырғыҙ телдәрен өйрәнергә мөмкин, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү педагогтары, логопедтар ҙа әҙерләнә. IV курс студенты Лилиә Дүсмәтова менән I курс студенты Гөлназ Мортазина “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм ҡытай теле” бүлеген һайлаған. – Мин Борай районының Борай ауылында тыуып үҫтем, үҙебеҙҙәге 2-се гимназияны тамамланым. Телгә һөйөүҙе уҡытыусым Ләйсән Ришат ҡыҙы Муллағәлиева уятты. Үҙем бәләкәйҙән башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләштем, ә остазым миңә әҙәби телдә матур итеп һөйләшергә өйрәтте. Уның ярҙамы һәм үҙемдең тырышлығым мнән төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеү яуланым, – ти Лилиә. Эйе, уңыштары тос тырыш ҡыҙҙың. Ул – уҡыу алдынғыһы, Аҡмулла олимпиадаһы еңеүсеһе, 2024 йылда Башҡортостан Башлығы стипендиаты булған, “Әсә теле”

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты бөгөн туған телебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ буйынса белегестәр әҙерләү менән бер рәттән бер нисә йүнәлеш буйынса белем бирә. Бында рус, инглиз, ҡытай, ҡырғыҙ телдәрен өйрәнергә мөмкин, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү педагогтары, логопедтар ҙа әҙерләнә. IV курс студенты Лилиә Дүсмәтова менән I курс студенты Гөлназ Мортазина “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм ҡытай теле” бүлеген һайлаған. – Мин Борай районының Борай ауылында тыуып үҫтем, үҙебеҙҙәге 2-се гимназияны тамамланым. Телгә һөйөүҙе уҡытыусым Ләйсән Ришат ҡыҙы Муллағәлиева уятты. Үҙем бәләкәйҙән башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләштем, ә остазым миңә әҙәби телдә матур итеп һөйләшергә өйрәтте. Уның ярҙамы һәм үҙемдең тырышлығым мнән төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеү яуланым, – ти Лилиә. Эйе, уңыштары тос тырыш ҡыҙҙың. Ул – уҡыу алдынғыһы, Аҡмулла олимпиадаһы еңеүсеһе, 2024 йылда Башҡортостан Башлығы стипендиаты булған, “Әсә теле” республика конкурсында абсолют еңеүсе булып танылған, Бүрәт Республикаһында үткән “Туған телдә дәрес” халыҡ-ара конкурсында беренсе урын яулаған. Факультеттың студенттар советы рәйесе булараҡ, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай, бер үк ваҡытта фән менән шөғөлләнергә, ғилми баҫмаларға мәҡәләләр яҙырға ла ваҡыт таба. Әлеге көндә Лилиә мәктәптә практика үтә. – Киләсәктә фән юлынан китерменме, уҡытыусылыҡты һайлармынмы – әлегә аныҡ ҡына әйтә алмайым, сөнки практика мәлендә балалар менән эшләүҙең ни тиклем оҡшауын тағы ла нығыраҡ аңланым. Ғөмүмән, уҡытыусы булыу – бала саҡ хыялым, шуға күрә ошо уҡыу йортон, ошо факультетты һайлауыма бер ҙә үкенмәйем, рәхәтләнеп белем алам, – тине ул. Айгиз Ҡоланчин – Көйөргәҙе егете. Ул – уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе, атаһы менән Айтуған ағаһы – педагогтар. Бала саҡтан тел, тарих менән ҡыҙыҡһына һәм Күмертау ҡалаһындағы М. Рәхимов исемендәге 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернатын тамамлағас, һис икеләнмәйенсә, ошо факультетҡа уҡырға инә. Айгиз мәктәп йылдарында бейеү менән шөғөлләнгән, ә бөгөн ул уҡыу йортоноң “Ете ырыу” ансамблендә бейей. Бындағы ҡурай түңәрәгенә яҙылып, остазы Юнир Һағынбаев етәкселегендә милли инструментта уйнарға өйрәнгән. Хәҙер был түңәрәктә шөғөлләнгән егеттәрҙең сығыштары университетта үткән сараларҙы биҙәй. Гөлназ Мортазина былтыр Силәбе өлкәһенең Сосновка районы Әлеш ауылы мәктәбен тамамлап уҡырға ингән. Әле тәүге сессияһын тик “бишле”гә тапшырыуға өлгәшкән. Башҡорт теле менән бер рәттән ҡытай телен өйрәнә. – Ауылыбыҙ – башҡорт ауылы, туған телебеҙҙә белем алдыҡ. Ә инде был йүнәлеште һайлауҙа уҡытыусым Лариса Әбүбәкер ҡыҙы Сәйетғәлинаның роле ҙур булды, – ти Гөлназ. Ул башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа даими ҡатнашып, муниципаль кимәлдә еңеүҙәр яулап, Өфөлә үткән төбәк-ара бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһаған, призер булған. Гөлназ шиғырҙар ижад итә. Ошо арала уның ижад емештәрен факультетта эшләп килгән “Тулҡын” әҙәби ойошмаһында ҡарарға йыйыналар. – Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыуға ҙур иғтибар бирелеүе, был эшкә республика етәкселегенең маҡсатлы рәүештә ярҙам итеүе ҡыуандыра. Сит өлкәләрҙән, хатта сит илдәрҙән уҡырға ингән студенттарыбыҙ бихисап. Уҡыу, һәләттәреңде асыу өсөн беҙҙә мөмкинлектәр етерлек. Алдынғылар 15 мең һумдан ашыу стипендия алып уҡый. Студенттарыбыҙ Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда стажировкалар үтә, Ҡытайға юлланыу мөмкинлеге лә бар, – ти факультет деканы урынбаҫары Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Дәүләтҡолова. Аҡмулланың ҡанатлы һүҙҙәрен тормош девизы итеп алып, тырышып уҡыған, һәләттәрен асҡан маҡсатлы, матур йәштәребеҙгә уңыштар юлдаш булһын! Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.