Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Өфө ауылында матур сара үткән - Юлай һәм Зөбәржәт Юлановтарҙың матур ғаиләһенә килен төшкән. Ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһы Ғүмәрова Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы етәкселегендә боронғо йолаларҙы теүәл үтәп, киленде төшөрөргә ярҙам иткән. - Тантана киленде мамыҡ мендәргә баҫтырып ҡаршы алыу, йәштәргә бал һәм май ҡаптырыу, дүрт яҡтан апайҙар яулыҡ тотоп кейәү йортона оҙатыу, теләктәр теләү, килендең билен сисеү кеүек элекке йолаларыбыҙ менән үрелеп барҙы. Милли йолалаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе теүәл үтәһәң, йәштәрҙең тормоштары ныҡ, ҡорған ғаиләләре ишле, бәрәкәтле була, - ти ауыл ағинәйҙәре. Яңы ғаилә ҡорған Гөлзифа һәм Венер Юлановтар ғаиләһенә бәхетле оҙон ғүмер, ырыҫлы мул тормош, татыулыҡ, сәләмәтлек һәм балалар ҡыуанысы теләйбеҙ. Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.