Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бишбүләк яугирен ауырлыҡтар ҡурҡытмай

Йәнтөйәге өсөн йәнен аямаған егеттәр - халҡының ныҡлы таяуы. Тап ошондай көслө заттарҙа сағыла илебеҙҙең ҡеүәте. Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы өсөн “Хәрби отличие өсөн” миҙалы менән наградланған, ошо көндәрҙә ялға ҡайтҡан Бишбүләк районының “Судан” позывнойлы егете – яҡындарының, яҡташтарының ғорурлығы. Әйткәндәй, уның олатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ҡартатаһының миҙалдарын ул үҙендә ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлай. Тап ошонан, ғаиләнән башлана илһөйәрлек тойғоһо. Мәктәптә лә патриотизмды тәрбиәләү көслө була. Мәктәптә, колледжда уҡыған сағында хәрби-ялан сборҙарына барырға ярата. Ваҡыты еткәс “Судан” армияға юллана. Һалдат хеҙмәтен Бүрәтстандың Улан-Удэ ҡалаһында үтә. – Армияла булыу егет кеше өсөн файҙаға ғына. Хәрби хеҙмәт яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләй, сыныҡтыра. Үҙең өсөн генә түгел, дуҫтарың, хеҙмәттәштәрең өсөн дә яуап бирергә өйрәнәһең, – ти Бишбүләк яугире. Хәрби юлды юҡҡа һайламай ул. Быны күңел ҡушыуы буйынса башҡара. Махсус хәрби операцияға ла ко

Йәнтөйәге өсөн йәнен аямаған егеттәр - халҡының ныҡлы таяуы. Тап ошондай көслө заттарҙа сағыла илебеҙҙең ҡеүәте. Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы өсөн “Хәрби отличие өсөн” миҙалы менән наградланған, ошо көндәрҙә ялға ҡайтҡан Бишбүләк районының “Судан” позывнойлы егете – яҡындарының, яҡташтарының ғорурлығы. Әйткәндәй, уның олатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ҡартатаһының миҙалдарын ул үҙендә ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлай. Тап ошонан, ғаиләнән башлана илһөйәрлек тойғоһо. Мәктәптә лә патриотизмды тәрбиәләү көслө була. Мәктәптә, колледжда уҡыған сағында хәрби-ялан сборҙарына барырға ярата. Ваҡыты еткәс “Судан” армияға юллана. Һалдат хеҙмәтен Бүрәтстандың Улан-Удэ ҡалаһында үтә. – Армияла булыу егет кеше өсөн файҙаға ғына. Хәрби хеҙмәт яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләй, сыныҡтыра. Үҙең өсөн генә түгел, дуҫтарың, хеҙмәттәштәрең өсөн дә яуап бирергә өйрәнәһең, – ти Бишбүләк яугире. Хәрби юлды юҡҡа һайламай ул. Быны күңел ҡушыуы буйынса башҡара. Махсус хәрби операцияға ла контракт төҙөп үҙ теләге менән юллана. – Һәр кем үҙе һайлай. Ә илде һаҡлау – ул һәр ҡайһыбыҙҙың төп бурысы. Мин үҙемдең махсус хәрби операцияла кәрәклегемде тойҙом, күңелем шулай ҡушты. Һалдаттарға ярҙам бар. Контракт төҙөгәс, бер тапҡыр түләнә торған сумманы алдым, ай һайын хеҙмәт хаҡы килеп тора, бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ юҡ. Яңы йыл алдынан премия ла булды. Ауылда йәшәгән әсәйемде байрамдарға саҡырып хөрмәтләп торалар, – тип һөйләне ул. Әйткәндәй яугирҙең әсәһе Гүзәлиә Ғәзим ҡыҙы - махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам итеү буйынса әүҙем ҡатнашыусы гүзәл заттарыбыҙҙың береһе. Маскировка селтәре үрергә лә өлгөрә, йылы ойоҡбаштар ҙа бәйләй, башҡа төрлө ярҙам сараларында ла ҡатнаша. Ялға ҡайтҡан яугир мәктәптә осрашыуҙа ла булып өлгөргән. Бындай сараларҙың һәр береһе йәш быуында илһөйәрлек рухын нығыта. Бишбүләк һалдатына рух ныҡлығы һәм иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтыуын теләйбеҙ. Фото яугирҙең шәхси архивынан.