Бәләбәй районында Урал ит компанияһының биш хеҙмәткәре “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы ярҙамында яңы йорт һәм ун сутый ергә хужа булды. Елена һәм Марат Латиповтар элек өләсәләренән ҡалған иҫке йортта йәшәгән. Предприятие үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы торлаҡ төҙөү башланғысы менән сыҡҡас, уларҙа яңы торлаҡлы булыуға өмөт уянған. Хәҙер уларҙың күп балалы ғаиләһе бөтә коммуникациялар индерелгән йылы, яҡты йортта шатланып йәшәй. Айырыуса өлкән ҡыҙҙары Диана ҡәнәғәт, хәҙер уның үҙ бүлмәһе бар. Бәләбәй район хакимиәте Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә документтар әҙерләп, 2024 йылдың май айында төҙөлөшкә инвестициялар һалыу юлы менән торлаҡ алыуға контракт төҙөй. Ул федераль, республика һәм район бюджеттарынан финанслана, шулай уҡ предприятие иҫәбенә. Бөгөн бәхетле торлаҡ хужалары хеҙмәттәш кенә түгел, ә ут күрше лә. Социаль яллау килешеүе буйынса, хеҙмәткәрҙәр биш йыл дауамында торлаҡ хаҡының ун процентын түләргә бурыслы, аҙаҡ ул тулыһынса хужалар милкенә күсә.