24 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙ баш ҡалаһына килгән олимпия чемпиондары менән студенттар баскетболы ассоциацияһының йондоҙҙар матчын ҡараны. Ул яңы төҙөлгән Көрәш һарайы майҙансығында үтте. Уйындар “Көнсығыш” һәм “Көнбайыш” ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары араһында уҙҙы. Студенттарҙың баскетбол ассоциацияһы ярыш ҡатнашыусыларын 2024-2025 йылдарҙағы сығыштарының һөҙөмтәләре буйынса һайлап алды. Шулай уҡ көйәрмәндәрҙең тауыш биреү йомғаҡтары иғтибарға алынды. Финал составын капитандар билдәләне. Ярыштар “Көнсығыш” йыйылма командаһының еңеүе менән тамамланды. Ир-егеттәр коллективтары араһында иҫәп 113:107, ҡатын-ҡыҙҙар араһында 97:96 булды. Журналистар менән әңгәмә барышында төбәк етәксеһе Көрәш һарайының был көндө 3,5 меңдән ашыу баскетбол һөйөүселәрен йыйыуын билдәләне. - Был объектты беҙ төрлө саралар уҙғарыу өсөн төҙөнөк, - тине Радий Хәбиров. – Олимпия чемпиондарының килеүе, улар араһында баскетбол легендаһы Иван Едешконың булыуы студент