Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яңы йыл ғаилә уйындары матур йолаға әүерелде

Йылдың һәр миҙгеле матур. Башҡортостандағы тәбиғәт иһә ожмах мөйөшөнә тиң: йәйен йылға-күлдәрҙә балыҡтай шәп йөҙөргә, көҙөн-яҙын велосипедта елдәй елдерергә, ҡышын саңғы-сана, коньки шыуырға мөмкин. Яңы йыл байрамдарын иһә тотош ғаилә менән саф һауала физи к күнекмәләр эшләп үткәрергә була. Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республика халҡының Яңы йыл байрамдарын әүҙем, сәләмәт үткәреү, физкультура һәм спортты пропагандалау маҡсатында барлыҡҡа килгән “Яңы йыл ғаилә уйындары-2025” фестивалендә быйыл да әллә күпме кеше ихлас ҡатнаша. “Сәләмәт төбәк – көслө төбәк” проекты ярашлы ойошторолған сарала Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән ғаиләләр башта үҙ район-ҡалаһында – муницпаль этапта – үҙ көсөн һынап ҡарай. Был спорт сараларында беренсе урындар яулағандар аҙаҡ Өфөлә үткәрелгән республика бәйгеһендә көс һынай. Шуныһы һөйөнөслө: Яңы йыл ғаилә уйындарын үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл ул алтынсы тапҡыр р

Йылдың һәр миҙгеле матур. Башҡортостандағы тәбиғәт иһә ожмах мөйөшөнә тиң: йәйен йылға-күлдәрҙә балыҡтай шәп йөҙөргә, көҙөн-яҙын велосипедта елдәй елдерергә, ҡышын саңғы-сана, коньки шыуырға мөмкин. Яңы йыл байрамдарын иһә тотош ғаилә менән саф һауала физи к күнекмәләр эшләп үткәрергә була. Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республика халҡының Яңы йыл байрамдарын әүҙем, сәләмәт үткәреү, физкультура һәм спортты пропагандалау маҡсатында барлыҡҡа килгән “Яңы йыл ғаилә уйындары-2025” фестивалендә быйыл да әллә күпме кеше ихлас ҡатнаша. “Сәләмәт төбәк – көслө төбәк” проекты ярашлы ойошторолған сарала Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән ғаиләләр башта үҙ район-ҡалаһында – муницпаль этапта – үҙ көсөн һынап ҡарай. Был спорт сараларында беренсе урындар яулағандар аҙаҡ Өфөлә үткәрелгән республика бәйгеһендә көс һынай. Шуныһы һөйөнөслө: Яңы йыл ғаилә уйындарын үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл ул алтынсы тапҡыр рәттән ойошторола. Шулай итеп, Яңы йыл үтеп китһә лә, Яңы йыл ғаилә уйындары дауам итә. Бында тотош яратҡан республикабыҙ географияһы һынландырыла. Әйткәндәй, был матур сара республика Хөкүмәте, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республиканың Спорт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ярҙамында ойошторола. Ҡырмыҫҡалылар ҙа был матур спорт сараһынан ситтә ҡалмай. Балалар ата-әсәләре менән берлектә йүгерҙе, һикерҙе, туп уйнаны һәм үҙенеңе етеҙлеген, отҡорлоғон күрһәтте. Ҡырмыҫҡалы гимназияһында үткәрелгән ярыштарҙа Нәргизә, Эльдар һәм Фәһим Закировтар беренселекте яуланы. Улар муниципаль һәм республика этабында ла көс һынаясаҡ. Бәлки, тап улар быйылғы республика спорт бәйгеһенең еңеүсеһе булыр? ҺҮРӘТТӘ: Ҡырмыҫҡалы районында Яңы йыл спорт уйындары йылдағыса дәррәү үтә. Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.