24 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның универсаль педагогия компетенциялары технопаркында булды. Ул 2021 йылда ил етәксеһе Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса булдырылды. Технопарктың төп маҡсаты – педагогтарҙың һөнәри оҫталығын күтәреү, остазлыҡты үҫтереү, мәғариф өлкәһендә йәш белгестәргә ярҙам итеү, шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү. Технопаркты үҫтереү өсөн 2021-2022 йылдарға федераль ҡаҙнанан 345 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, вузда төрлө кимәлдәге 225 программа тормошҡа ашырыла. Урта һөнәри белем биреүҙән башлап фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙарын әҙерләүгә тиклем эштәр алып барыла. БДПУ Башҡортостандың белем биреү системаһын 55 процентҡа кадрҙар менән тәьмин итә. Барлығы бында 11 мең студент белем ала, шул иҫәптән 800-ҙән ашыуы сит илдәрҙән. Университет “Приоритет-2030” федераль программаһында ҡатнашыуға ғариза биргән. Вуздың үҫеү программаһына баҫма электроника, биопре