Ике аҙналыҡ отпуск ялынан һуң алтмыш яугир хәрби хеҙмәттәштәре янына яңынан юлланды. Уларҙы ҡатындары, балалары, ата-әсәләре, дуҫтары оҙатып ҡалды, тип хәбәр ителә "Республика Башкортостан" гәзитендә. “Каспер” позывнойлы яугир ялға тәүге тапҡыр ғына ҡайтмай. — Отпуск яҡшы үтте, яҡындарымдың янында булдым. Балаларым хәҙер инде ҙур: ҡыҙыма – 18, улыма – 17 йәш, училищела белем алалар. Күп ваҡытымды улар менән үткәрҙем, – ти ул. “Хәрби көндәлек тормошҡа ҡайтыуы ауырмы?” тигән һорауға “Каспер: “Беҙ өйрәндек инде”, – тип кенә ҡуйҙы. Ул да, әлбиттә, башҡалар кеүек үк, тиҙерәк тыныс тормош килеүен көтә, бының өсөн иптәштәре менән бергә барыһын да эшләргә әҙер. Хәрбиҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыуға Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов, Башҡортостан хәрби комиссариатының бүлек етәксеһе, полковник Спартак Джикаев килде. — Һеҙгә республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм үҙемдең исемдән ҙур рәхмәт белдерәм. Беҙ барыбыҙ ҙ