Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Баскетболсыларҙың потенциалы ҙур

24 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баскетбол буйынса олимпия чемпиондары менән осрашты. Улар араһында СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары Иван Едешко һәм Ирина Сумникова, шулай уҡ FIBA-ның (баскетболдың халыҡ-ара федерацияһы) дан залы ағзаһы Евгений Гомельский булды. Улар Өфөгә баскетболдың студенттар ассоциацияһы йондоҙҙары матчын күрергә килде. Республика етәксеһе атҡаҙанған спортсыларға килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостанда баскетболдың әүҙем үҫеүен иғтибарға алды. - Башҡортостан баскетболсыларының потенциалы әле тулыһынса асылмаған. Республикала мәктәп лигаһынан алып профессионал клубҡа тиклем система булдырылған, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ әүҙем рәүештә яңы спорт объекттарын төҙөйбөҙ. Мәҫәлән, былтыр республикабыҙҙың баш ҡалаһында Фехтование үҙәге, Көрәш һарайы асылды. Унда күләмле ярыштар уҙғарырға мөмкин. Бынан тыш ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексының тәүге сираты файҙаланыуға тапшырылды. Быйылға планыбыҙ – Өфөлә дүрт баскетбол

24 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баскетбол буйынса олимпия чемпиондары менән осрашты. Улар араһында СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары Иван Едешко һәм Ирина Сумникова, шулай уҡ FIBA-ның (баскетболдың халыҡ-ара федерацияһы) дан залы ағзаһы Евгений Гомельский булды. Улар Өфөгә баскетболдың студенттар ассоциацияһы йондоҙҙары матчын күрергә килде. Республика етәксеһе атҡаҙанған спортсыларға килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостанда баскетболдың әүҙем үҫеүен иғтибарға алды. - Башҡортостан баскетболсыларының потенциалы әле тулыһынса асылмаған. Республикала мәктәп лигаһынан алып профессионал клубҡа тиклем система булдырылған, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ әүҙем рәүештә яңы спорт объекттарын төҙөйбөҙ. Мәҫәлән, былтыр республикабыҙҙың баш ҡалаһында Фехтование үҙәге, Көрәш һарайы асылды. Унда күләмле ярыштар уҙғарырға мөмкин. Бынан тыш ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексының тәүге сираты файҙаланыуға тапшырылды. Быйылға планыбыҙ – Өфөлә дүрт баскетбол майҙансығын төҙөүҙе тамамлау. Евгений Гомельский үҙенең сығышында халыҡты спортҡа йәлеп итеү күп осраҡта төбәк етәксеһенең әүҙемлегенә бәйле булыуын билдәләне. - Республика етәкселегендә спортты яратҡан һәм күтәргән кеше торһа, унда спорт мотлаҡ буласаҡ. Радий Фәрит улының спорт менән йәшәүе, был теманы тәрән аңлауы күренә. Бындай еткселәр булыуы ҙур бәхет, - тине Евгений Гомельский. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.