Ейәнсура районының Ишемғол ауылы урта мәктәбе уҡыусылары райондың башҡа белем усаҡтары менән бер рәттән “Мәктәп инициативалы бюджетлауы” программаһына ҡушылды. Белеүебеҙсә, был башланғыс уҡыусыларҙың проекттарын тормошҡа ашырыуға нигеҙләнгән. Мәктәп өсөн кәрәкле башланғысты һайлау маҡсатында ата-әсәләр, уҡыусылар, йәмәғәтселек менән тәҡдим ителгән проекттар тикшерелде. 8 – 11-се уҡыусылары араһынан билдәләнгән инициативалы төркөм ағзалары уҡытыу һәм һауыҡтырыу шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк йүнәлештәрҙе һайлап, проекттар әҙерләне һәм уларҙы яҡлап сығыш яһаны. Тәҡдим ителгән биш проект араһынан күпселек тауыш менән 8-се класс уҡыусыларының “Тренажер беседкаһы” проекты һайлап алынды. Балалар саф һауала күнекмәләр үткәреү уларҙың һаулығын нығытасаҡ, был урын ял итеү, дуҫтар менән осрашыу һәм дәрестәрҙән һуң аралашыу урыны буласаҡ, тигән фекерҙә. Уҡыусыларыбыҙға республика кимәлендә уңыштар теләйбеҙ! З.Р. Фәйзуллина, Ишемғол белем биреү мәктәбе педагогтарының инициативалы төркөмө в
Уҡыусылар ял һәм һаулыҡты нығытыу урыны булдырырға теләй
24 января 202524 янв 2025
~1 мин