Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Химик таҙартыу, кер йыуыу һәм мунса фабрикаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортостан Республикаһының “Белорет” йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания Белорет ҡалаһында кер йыуыу, химик таҙартыу, мунса һәм сауна хеҙмәттәрен ойоштороуға өс миллион һум инвестиция һалырға планлаштыра. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Михаил Изотов һөйләне. – Көнкүреш хеҙмәттәренең киң спектрын күрһәтеү ошо эшмәкәрлек өлкәһен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, был тармаҡта көнәркәшлек мөхите тыуҙырасаҡ, шулай уҡ яңы эш урындары булдырыуҙы тәьмин итәсәк. Был республикала мунса хеҙмәттәре күрһәтеүҙе планлаштырыусы Йылдам үҫеш биләмәһенең икенсе резиденты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Бәләбәй” йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына мунса СПА-комплексын төҙөү проекты менән компанияны индерҙе, – тип билдәләне Михаил Изотов. Әлеге ваҡытта инвестор хеҙмә