Башҡортостанда йәйәүлеләрҙең интеллектуаль видеоаналитикаһы булған тәүге “аҡыллы” светофор объекты барлыҡҡа килде. Ул Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Блюхер урамындағы 5-се гимназия һәм 1-се мәктәп араһында ҡуйылды. Билдәле булыуынса әлеге ваҡытта был милли проектты “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) дауам итә. Яңы светофор объекты йәйәүлеләр өсөн дә, водителдәр өсөн дә уңайлы. Видеоаналитика функцияһы ярҙамында йәйәүлеләр үткәүеленә яҡынлашҡанда светофор объекты автотранспорт өсөн светофорҙың ҡыҙыл сигналын автоматик рәүештә ҡабыҙыуҙы тәьмин итә. – Светофор объектында гобопроектор ҡуйылған, ул светофорҙың сигналын күсергәндә тоҡана һәм йәйәүлеләр үткәүелен өҫтәмә яҡтыртыуҙы тәьмин итә. Светофорҙа насар күргән кешеләр өсөн тауыш сигналы ҡоролмаһы бар. Ошондай комплекслы алым ярҙамында йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген арттырасаҡбыҙ, улар иҫәбендә 5-се гимназиянан һәм 1-се мәктәптән ике меңгә яҡын уҡыусы бар, - тип һөйләне Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Марат Кинйәбаев. Шулай уҡ 2024 йылда Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә йәйәүле һәм уҡ төшөрөлгән аҡ-ай секцияһы менән светофор ҡуйылды. Артем урамындағы 43-сө йорт ҡаршыһында транспорт хәрәкәтен һәм йәйәүлеләрҙе көйләү өсөн яңы ҡоролма ҡуйылды. – Был юл сатынан алыҫ түгел музыка мәктәбе һәм 31-се дөйөм белем биреү мәктәбе урынлашҡан. Был урында йыш ҡына бәлиғ булмаған балалар урам аша сыға, - тип аңлатты Марат Кинйәбаев. Тағы ике светофор объекты йәйәүлеләр өсөн өҫтәмә секциялар менән йыһазландырылды. Шулай уҡ 4-се һәм 10-сы мәктәптәр янында ике йәйәүлеләр үткәүеле яҡтыртылды. Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.