Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәүеф ҙур булған райондарға ҡуйылды

Башҡортостан Республикаһының урман фонды биләмәһендә 2025 йылға янғын хәүефе миҙгеле башланғансы “Урман һағы” урман янғындары видеомониторингы системаһының 10 өҫтәмә камераһы ғәмәлгә индерелә. Был – “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты менән ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеү юлында мөһим аҙым. Белорет районында - өс, Ейәнсура районында - ике, Баймаҡ, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарында берешәр камера ҡуйыласаҡ. Йәғни, статистика буйынса янғындар күберәк булған Урал аръяғы райондарында. Бер камера Благовещен районында ҡуйыла. – Был антропоген йөкләнешле күп халыҡлы район. Уҙған йылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, тәүге янғындарҙың береһе тап ошонда ҡоро үлән һәм сүп-сар яндырыу һөҙөмтәһендә сыға. Уттың урман фондына күсеүенә юл ҡуймау һәм янғындарға тиҙ арала иғтибар итеү өсөн видеокамера кәрәк, тип ҡарар иттек, - тип һөйләне урманды һаҡлау бүлеге начальнигы Руслан Хәбибуллин. 360 градус күҙәтә алған

Башҡортостан Республикаһының урман фонды биләмәһендә 2025 йылға янғын хәүефе миҙгеле башланғансы “Урман һағы” урман янғындары видеомониторингы системаһының 10 өҫтәмә камераһы ғәмәлгә индерелә. Был – “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты менән ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеү юлында мөһим аҙым. Белорет районында - өс, Ейәнсура районында - ике, Баймаҡ, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарында берешәр камера ҡуйыласаҡ. Йәғни, статистика буйынса янғындар күберәк булған Урал аръяғы райондарында. Бер камера Благовещен районында ҡуйыла. – Был антропоген йөкләнешле күп халыҡлы район. Уҙған йылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, тәүге янғындарҙың береһе тап ошонда ҡоро үлән һәм сүп-сар яндырыу һөҙөмтәһендә сыға. Уттың урман фондына күсеүенә юл ҡуймау һәм янғындарға тиҙ арала иғтибар итеү өсөн видеокамера кәрәк, тип ҡарар иттек, - тип һөйләне урманды һаҡлау бүлеге начальнигы Руслан Хәбибуллин. 360 градус күҙәтә алған камералар хәүефле объекттарҙы – утты, төтөнде – асыҡлай һәм теркәй, мәғлүмәтте ваҡиға координаталары менән идара итеү серверына тапшыра ала. Был тиҙ арала урынға сығырға һәм янғынды һүндереүгә ваҡытты ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Урман фонды биләмәһен 22 камеранан (бөтәһе 10 яңы камераны иҫәпкә алып) үҙ эсенә алыу 2 миллион гектар тәшкил итәсәк. Фото: Урман хужалығы министрлығы.