Эйе, был минең яҙмышымды ҡырҡа борған аҙым булды. Йәнем тартмаған, әммә шуның менән мин бар проблемаларымды хәл итә алдым. Яҙмышыма килгәндә, 17 генә йәшемдә үлеп ғашиҡ булдым. Ул шул тиклем матур, донъялағы иң-иң булған егет ине. Әсәйемдең һүҙен тыңламай, ошо егет менән йәшәй башланым. Беренсе улыбыҙ донъяға килгәс тә, ул миңә өйләнергә тәҡдим яһаманы. “Ҡуйсәле шул иҫкелек ҡалдығын! Кемгә кәрәк ул штамп паспортта! Нимә үҙгәрә шунан? Былай ҙа яратабыҙ түгелме бер-беребеҙҙе”-тине. Тик әсәйемдең, исмаһам. Никах уҡытығыҙ тигәнен дә тыңларға теләмәне ул. “Беҙ һинең менән дин тотҡан кешеләрме ни?!” –тип һаһылдап көлдө. Йәшәп киттем. Барыбер бергәбеҙ бит тинем. Ныҡ ярата инем шул уны. Тағы ике бала таптым. Мин дә күндем. Барыһы ла яҡшы булыр, тип ышандым. Уның араһында эшләнем, снимать фатирҙы үҙ торлағымдай ҡараным. Өс балаға алған пособие ла, минең эш хаҡым да уның кеҫәһендә булды. Аҙналап юғалған саҡтары ла булды. Барыбер түҙҙем, яратҡан кешем өсөн тинем. Үҙемә генә түгел, балаларыма ла ҡ