“Ғәҙәттәгесә, йыл аҙағында район дауаханаһы коллективы менән осрашыу үткәрәбеҙ. Һөҙөмтәләр, төп күрһәткестәр һәм киләһе йылға пландар тикшерелде”, – тип белдерҙе Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев. 2024 йылда райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күп ыңғай үҙгәрештәр булған. Дауахана хеҙмәткәрҙәре сафына йәш белгестәр эшкә ҡайтҡан. Заманса ҡорамалдар һатып алғандар, автопарк яңы техника менән тәьмин ителгән. – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тағы бер автомобилгә асҡыс алдыҡ, яңы йыл башында ла тағы ла ошондай шатлыҡлы ваҡиға көтөлә. Һуңғы йылдарҙа 10 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, 2030 йылға тиклем шул уҡ һанда фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу планлаштырыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яғынан ҙур ярҙам алабыҙ. Әммә төп байлыҡ – ул кадрҙар, уларҙың һөнәри оҫталығына халҡыбыҙҙың ғүмере һәм һаулығы бәйле. 2025 йылда коллектив ҡуйылған бөтә бурыстарҙы ла үтәйәсәк, тип ышанам. Иң мөһиме – медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын күтәреү, төп күрһәткестәрҙе яҡшыртыу, диспансерлашт
Дауахана хеҙмәткәрҙәре сафына йәш белгестәр эшкә ҡайтҡан
23 января 202523 янв 2025
1 мин