Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 21 ғинуарға ҡаршы төндә Төркиәнең Болу провинцияһындағы Ҡарталҡая тау саңғыһы курортындағы популяр “Grand Kartal” ҡунаҡханаһы янған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, янғын ҡорбандарының һаны 79 кешегә еткән. Тағы ла 50-нән ашыу кеше зыян күргән. Төркиә Президенты Реджеп Эрдоган Болу провинцияһына килгән һәм янған ҡунаҡхананан сыға алмай һәләк булған бер ғаиләнең һигеҙ кешеһен ерләүҙә ҡатнашҡан. Президент тау саңғыһы курортында кисәге фажиғә ҡорбандары менән хушлашыу сараһында күҙ йәштәрен тыя алмаған – илаған. Янғында һәләк булғандарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ошондай аңһыҙ үлемдән Хоҙай үҙе һаҡлаһын. Фото: https://t.me/rian_ru/277829.