Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Эш шарттары яҡшыра

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, Шаран үҙәк район дауаханаһына Лада Гранта Лифтбек автомобиле алынды. Ул кисектергеһеҙ һәм планлы саҡырыуҙарҙы ойоштороу, дарыуҙарҙы һәм биологик материалдарҙы илтеү өсөн тәғәйенләнгән. Автомобиль күп функциялы булыуы менән уңайлы, багажнигында йыйылмалы носилканы йөрөтөргә мөмкин. – Автомобиль паркын яңы автомобиль менән тулыландырыу район дауаханаһы өсөн һәр саҡ шатлыҡлы ваҡиға. Милли проект ярҙамында табиптар һәм шәфҡәт туташтарының эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Был үҙ йәһәтендә алыҫ тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттыра, – ти район дауаханаһының баш табибы Радик Йәнгиров. Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты буйынса ярҙам сараларын тәү сиратта ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡа

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, Шаран үҙәк район дауаханаһына Лада Гранта Лифтбек автомобиле алынды. Ул кисектергеһеҙ һәм планлы саҡырыуҙарҙы ойоштороу, дарыуҙарҙы һәм биологик материалдарҙы илтеү өсөн тәғәйенләнгән. Автомобиль күп функциялы булыуы менән уңайлы, багажнигында йыйылмалы носилканы йөрөтөргә мөмкин. – Автомобиль паркын яңы автомобиль менән тулыландырыу район дауаханаһы өсөн һәр саҡ шатлыҡлы ваҡиға. Милли проект ярҙамында табиптар һәм шәфҡәт туташтарының эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Был үҙ йәһәтендә алыҫ тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттыра, – ти район дауаханаһының баш табибы Радик Йәнгиров. Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты буйынса ярҙам сараларын тәү сиратта ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.