"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" яңы милли проектына (национальный проект "Туризм һәм гостеприимство") ярашлы 2025 йылға бүленгән аҡсаның дөйөм күләме 272 миллион 800 мең һум тәшкил итте, шуның 267 миллион 400 мең һумы – федераль, 5 миллион 400 мең һумы – республика ҡаҙнаһынан. Киләһе ике йылға ла ошондай уҡ финанслау планлаштырыла. – Туризм өлкәһендәге милли проект инфраструктураны үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә төбәктең мәҙәни һәм тарихи мираҫын, шулай уҡ этнографик һәм гастрономик үҙенсәлектәрен сағылдырған уникаль туристик маршруттар булдыра. Был, үҙ сиратында, республиканы туристар өсөн тағы ла ылыҡтырғысыраҡ итеп, халыҡ һәм бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыра, туризмды үҫештерә, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Белешмә өсөн: 2022 – 2024 йылдарҙа Башҡортостанда "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты (нацпроект "Туризм и индустрия гостеприимства") тормошҡа ашырылды. Ошо осорҙа мәктәп йәшендәге 50 352 бала өсөн туризмды
Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә – 267 миллион һум
23 января 202523 янв 2025
1 мин