Найти в Дзене

Рөстәм Нәбиев ни өсөн борсола?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, блогер Рөстәм Нәбиев өсөнсөгә атай булырға йыйына. Ғаилә йәйгә сабый көтә. Әле Рөстәм ҡатыны Индира өсөн борсола. Был хаҡта ул үҙенең сәхифәһендә хәбәр иткән. Блогер диванда йоҡлап ятҡан ҡатынын фотоға төшөрөп һалған һәм аҫтына: «Индираның һәр ваҡыт йоҡлап ятыуы ауырлылар өсөн ғәҙәти хәлме?» – тип һораған. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта ғаиләлә ике ҡыҙ – Сафия менән Әминә үҫә. Быйыл өлкәндәре беренсе класҡа уҡырға барҙы, ә бәләкәстәре балалар баҡсаһына йөрөй. Нәбиевтәрҙең яҙылыусылары йыш ҡына: "Ҡасан өсөнсө бәпес алаһығыҙ?" - тип һорай ине. Рөстәм үҙе лә уллы булырға теләүе тураһында күп тапҡыр яҙҙы. Нәбиевтәр әйтеүенсә, буласаҡ сабыйҙың енесен белмәйҙәр. Комментарийҙарға яҙыуҙарынса, Индира йөклө булғанға йоҡлағыһы киләлер тигән күп кенә яуаптар килгән. Иң мөһиме: әсә лә, сабый ҙа иҫән -һау булһын! Фото: Рөстәм Нәбиевтең сәхифәһе.